⛄️Рәсәйгә аномаль һалҡын ҡыш килә Рәсәй Гидрометүҙәгенең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд алдағы йылдарҙа илдә бик һыуыҡ булыуы мөмкинлеген асыҡлаған. Илдең баш синоптигы «ультраполяр баҫып инеү» тигән фәнни термин барлығын әйткән. Тимәк, был ваҡытта ҡышҡы антициклон бик һалҡын һауа торошон килтерә. Шул уҡ ваҡытта ул һалҡын ҡыш тураһында һығымталар яһау дөрөҫ түгеллеген билдәләгән. Уның һүҙҙәренсә, киреһенсә, климат йылыныуы шарттарында һауа торошо характеристикаһы үҙгәреүе варианттары бар.