Баймаҡ районы Иҫәнбәт ауылы ҡыҙы Дилә Һөйөндөкова-Буранбаева тәү ҡарамаҡҡа яп-ябай ауыл ҡыҙы, әммә уның да үҙенсәлеге бар. Ауыл мәктәбендә, унан Сибай сауҙа колледжында, унан ситтән тороп Магнитогорск университетында уҡый. Төрлө урындарҙа эшләй, кейәүгә сыға, өс балаға ғүмер бирә. Ғәҙәти тормош. Тик уның менән сәйер хәлдәр булғылай. Ул үҙенә осраған кешеләрҙең йәнен тоя. —Мин үҙ хәлемде үҙем аңлата алмайым. Ҡайһы бер кешеләр мине аҡылдан яҙған тип уйлай. Тик был улай түгел, мин үҙ аңымда. Бала саҡтан башҡаларҙан айырылып торғанымды һиҙә инем. Студент саҡтарымда ҡапыл ныҡ ауырып китә инем. Анализдар биреп, тикшерел-һәм, табиптар: «Барыһы ла яҡшы бит, алдайһыңдыр»,—ти торғайны. Аптырағас, атайымдар мине муллаға алып барып өшкөрттө. Эйе, доғалар килеште, ләкин оҙаҡҡа етмәне. Юлымда осраған, аралашҡан кешеләрҙең бөтә «бысрағын» йыйып алам да, йәнә ауырый инем. Инде дауаһын белгәс, муллаға өшкөрөлөргә йүгерә инем. Аяттарҙа кинәнеп, тыныс ултыра алманым: күҙемдән тупырлап йәштәр аға ине. Өләсәйем көсөмдө һиҙгәнме икән, уларға барһам, ул минең ҡулымды оҙаҡ тотоп ултыра ла: «Шулай итһәң миңә рәхәт»,—ти торғайны. Яйлап миндә ниндәйҙер көс барлығын һиҙә башланым. Ҡайһы бер кешеләргә, үҙем дә һиҙмәҫтән, ниҙер әйтеп китә инем, шул дөрөҫкә сыға ине. Һөйләһәң күп ул. Бер мәл дауаханаға эшкә төштөм. Бына бит башланды сәйер хәлдәр... Кешеләрҙе тәнем менән тоям, тойоу ғына түгел, ауыр хәлдәрен үҙемә алам һәм аҙаҡ үҙем хәлһеҙ ҡолайым. Үҙемде үҙем аңламайым, кешеләргә нимәлер әйтәм, ә үҙем аптырайым. Ул мәғлүмәт миңә ҡайҙан килә? Ни өсөн шулай тип әйтәм? Аңлата алмайым. Аҙаҡ был «күрәҙәлегемә» хаҡ алырға ҡуштылар. Шулайтҡайным, хәлем еңеләйҙе. Юҡ, мин үҙемде күрәҙәсе, дауалаусы тип әйтмәйем. Был ҡапыл һәм уйламағанда килеп сыға, ниндәйҙер ағым менән мәғлүмәт бирелә. Яйлап дауалау ысулдарын үҙгәрттем, уҡыным, өйрәндем, камиллаштым. Көс өҫтәлде. Кешеләрҙең янында тороп ҡына уларҙы дауалай башланым. Мин уларға ҡағылмайым да, бары тик ҡаршыма ултыртам һәм бар тәнем менән уларҙы тоям. Хатта ҡайһы бер осраҡта йәне менән «аралашам». Бер ир кеше килде, уның йәне шул тиклем тимер-томорҙо күрә алмай. Унан кем булып эшләүен һораным, шиномонтаж менән булышам ти. Һин бит теләп шөғөлләнмәйһең тиһәм, эйе ти был ағай. Йәне тартылмаған эш менән булып, үҙенең йәнен ғазаплап йөрөй икән. Энергия кимәлендә уны таҙарттым, шунан һуң ул эшен алмаштырып, юлы асылып китте. Бер йәш ҡатын менән эшләй башлағайным, күҙ алдына бер тәрилкә аш килә лә баҫа һәм ул ҡатын янында кемдәр, ниндәй кейемдә ултырғаны күренә. Үҙенә шуны һөйләгәйнем, ҡәйнәмдәрҙә ти. Баҡтиһәң, ҡәйнә кеше бының килен булыуын бөтөнләй теләмәгән. Бәлки, сихыр ҙа булғандыр. Ҡатынды «таҙаланым». Кемдәлер бүләккә алынған сылбырҙы күрәм, кемдәлер үпкә-рәнйештәрен һиҙәм. Йылдар буйы үпкәләп, рәнйеп, ауыр уйҙар менән йәшәүселәр бар. Күҙ тейеүҙән йонсоусылар бар. Энергетик кимәлдә таҙалағанда нимә булырын мин алдан әйтә лә алмайым: кемдер илай, кемдер ҡолай, кемдер ҡысҡыра. Шул кисерештәрҙе мин үҙемдә тоям, быуылам, тыным ҡыҫыла, ҡысҡырам. Үҙемде контролгә ала алмайым һәм был һаләтемде бөтөнләй аңлата ла алмайым. Әммә кешеләр үҙгәреп, юлдары асылып, аҙаҡ рәхмәт әйтһәләр, мин оло ҡәнәғәтлек кисерәм,—ти Дилә. Дилә Марат ҡыҙы үҙенә был һәләт Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән тип иҫәпләй. Кешеләрҙең психик һәм эмоциональ торошо менән эшләп, тән менән йән араһында бәйләнеш булдырам, ти ул. —Үпкәләп, рәнйеп, үткән ваҡиғалар солғанышынан сыға алмай йәшәүселәр күп. Ошо кире энергиялар уларҙың үҙҙәренә ҡамасаулай, киләсәкке яҡты тормошҡа, уңыштарға аяҡ сала. Кешенең күңеле төшә, апатияға бирелә, хәле бөтә. Был осраҡта табиптар ярҙам итә алмай. Йәнеңде тыңлап, дөрөҫ йәшәргә өйрәнергә кәрәк. Кире уйҙар уйлауҙан бер кемдең дә тормошо яҡшырып китмәй. Шундай мәлдә миңә киләләр, ыңғай энергетиканы тергеҙеп ебәрәм. Шунан һуң кешеләр эштәрен алмаштыра, бала таба, өй ала,—ти Дилә. Яҡташыбыҙ әлеге көндә ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй. Ышанырғамы, юҡмы—һәр кемдең үҙ мәйеле. Әммә Диләнең бер кәңәшен һәр кем иҫендә тотһа ине: яҡшы, яҡты уйҙар менән йәшәргә кәрәк! Яҡшы энергетика—яҡшы тормошҡа юл! Юҡҡа ғына: «Йәне һауҙың—тәне һау», тимәйҙәр. Мәҡәләнең авторы – Резеда Вәлиева. Сығанаҡ: https://ataisal.com/articles/zamandash/2025-10-07/y-ne-au-y-t-ne-au-4417869 ("Атайсал" гәзите).