Ошо көндәрҙә Башҡортостандың Яҙыусылар союзы йортонда Республика көнөнә арналған "түңәрәк өҫтәл" үтте. Сараны Яҙыусылар союзы менән Журналистар союзы берлектә ойошторҙо һәм байрамға килгән яҙыусы-журналистарҙы Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов ҡаршы алып, экскурсия үткәрҙе, бинаның тарихын һөйләне. Бина XIX быуат аҙағында сауҙагәр Поликарповтар тарафынан төҙөлгән. 1917 йылдан унда педагогтар һәм педагогия институты ғалимдары йәшәгән. Улар араһында күренекле тел белгесе Закир Шакиров та була, ул буласаҡ партия өлкә комитетының беренсе секретаре Миҙхәт Шакировтың атаһы. Үҙ сиратында инде, Миҙхәт Шакиров һәр ваҡыт был бинаны һаҡлау тураһында хәстәрлек күрә, урынында күп ҡатлы йорт төҙөү өсөн был бинаны һүтеүгә юл ҡуймай. Ә инде 1982 йылда тап КПСС өлкә комитетының беренсе секретаре Миҙхәт Закир улының ҡарары менән был тарихи бина яҙыусыларға тапшырыла. Шул ваҡыттан алып бинаға бер ҡасан да ремонт эшләнмәгән. Һәм былтыр Яҙыусылар союзының һорауы буйынса республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары менән бина тулыһынса яңыртылды. Ә уның эргәһендә "Өфө йүкәләре" скверы төҙөлдө. – Был исем осраҡлы һайланмаған. Тап бында Өфө ҡалаһының ике рәсми булмаған гимны барлыҡҡа килә. Үҙ ваҡытында Яҙыусылар союзы рәйесе Назар Нәжми тап ошо йортта "Өфө йүкәләре" йырын яҙа, ә күрше йортта Рәғиҙә Йәнбулатова йәшәй, ул "Гүзәл Өфөм, баш ҡалам" шиғырын ижад итә, ул шулай уҡ баш ҡалабыҙҙың рәсми булмаған гимны булып тора, – тип һөйләне Айгиз Баймөхәмәтов. Милләт-ара берҙәмлек, илһөйәрлек һәм һүҙ көсө темаларына арналған түңәрәк өҫтәлде Айгиз Ғиззәт улы үҙе алып барҙы. Байрам сараһында ҡатнашыусыларҙы республиканың Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов сәләмләне һәм бөтәһен дә яңыртылған бинаның асылыуы менән ҡотланы. – Республика көнө алдынан, Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған көнөндә яҙыусылар һәм журналистарҙың осрашыуы бик үҙенсәлекле күренеш. Ике союз араһында уртаға һалып һөйләшерҙәй һүҙҙәр ҙә күп һәм, ғөмүмән, ике союзды айырып ҡарап булмаған кеүек ҡайһы саҡта. Сөнки Журналистар союзында торған ағзаларҙың күбеһе Яҙыусылар союзының да ағзалары. Улар ике эште бер тигеҙ алып бара. Барыбыҙ ҙа бер эш эшләйбеҙ. Шул айҡанлы яҙыусыларҙы ла, журналистарҙы ла Республика көнө менән ҡотлайым! Ижадтарында артабан да ҙур уңыштар теләйем, – тип белдерҙе Вәдүт Ғәйфулла улы. Республикабыҙҙа Яҙыусыларҙың эшмәкәрлегенә һәм китап баҫыуҙы һаҡлауға айырыуса иғтибар бүленә. Йыл һайын төбәк бюджеты иҫәбенә төрлө телдә 100-гә яҡын нәфис китап нәшер ителә. Быйыл Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтенең китаптарын һатыу уҙған йыл менән сағыштырғанда 44 процентҡа артҡан, ә Өфө үҙәгендә асылған магазины ижади һәм презентация саралары өсөн майҙансыҡҡа әйләнгән, тип билдәләне ойошма етәксеһе Эльмира Хәйретдинова. – Республика халҡына, бигерәк тә ижади интеллигенция өсөн, 11 октябрь айырыуса ҡәҙерле дата. Был көндө беҙ үткәндәргә байҡау яһайбыҙ, бөгөнгөнө анализлайбыҙ, киләсәкте баһалайбыҙ. Был матур сараны ойошторған өсөн ижади союздарыбыҙға рәхмәт, – тине үҙ сығышында "Башҡортостан республикаһы" нәшриәт йорто директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина. – Һуңғы йылдарҙа дәүләт яҙыусыларға һәм журналистарға айырым иғтибар биреүе ҡыуаныслы. Был мөһим, сөнки улар милләттең рухиәтен һаҡлай. Уларҙың хеҙмәтенә иғтибар, уларҙың йәмғиәт үҫешенә индергән өлөштәрен таныу тураһында һөйләй. Әйткәндәй, Яҙыусылар союзының рус телле яҙыусылар берекмәһе рәйесе Светлана Чураева нәфис тәржемәгә ҙур иғтибар бирелеүе хаҡында ла һөйләне. Быйыл ғына республика яҙыусыларының рус телендә биш китабы донъя күргән. Башҡортостан етәкселегенең Яҙыусылар берләшмәһенә иғтибар ижадсыларға ҙур исемдәр биреүҙә лә сағыла. Быйыл Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы һәм халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исемдәр Мөнир Ҡунафин менән Лариса Абдуллинаға бирелде. – Таланттарҙы ваҡытында баһаларға кәрәк. Быны аңлай башлауҙары ҡыуаныслы, – тип уртаҡлашты Лариса Абдуллина. – Беҙ бик ауыр ваҡытта йәшәйбеҙ. Ваҡыт беҙҙе иркәләмәй. Әммә беҙҙе – яҙыусыларҙы, республикабыҙ, халҡыбыҙ яратыу һәм хәстәрлек менән уратып алған. Бөгөн яҙыусылар берләшмәһенә ҙур иғтибар биргәндәре өсөн ҙур рәхмәт белдерәм! Беҙҙең Яҙыусылар союзы Рәсәйҙең өлгөлө ижади ойошмаларының береһе булып тора, тип билдәләне Айгиз Баймөхәмәтов. Был илдең Яҙыусылар союзы етәкселеге кимәлендә бер нисә тапҡыр билдәләнде. Бында республикабыҙ етәкселегенең дә хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Автор фотолары.