Баш ҡалабыҙҙың "Башҡортостан" дәүләт концерт залында Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең концерты уҙҙы. 2024 йылда тап республика Башлығының ҡарарҙары менән Ҡурайсылар ансамбле ойошторолғайны һәм 10 октябрҙе Башҡортостанда "Ҡурай көнө" тип иғлан ителгәйне, бөгөн был байрам тантанаһына Радий Хәбиров үҙе тамаш ҡылды.Концерт программаһына билдәле халыҡ көйҙәре, төрлө жанрҙағы халыҡ йырҙары, башҡорт бейеүҙәре инде. Уларҙы 30-ҙан ашыу юғары белемле музыкант юғары белемле ҡурайсылар һәм музыканттар башҡарҙы. Коллективтың етәксеһе – Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов. Ансамблдең сығышынан һуң республика Башлығы ҡурайсылар менән аралашты. Ҡурайсыларға сағыу сығыштары өсөн рәхмәт әйтте һәм ансамблдең артабанғы эшмәкәрлеге өсөн план әҙерләргә тәҡдим итте. – Республика коллективҡа пландарығыҙҙы тормошҡа ашырыуҙа кәрәкле ярҙам күрһәтергә әҙер. Традицион сәнғәтебеҙҙе үҫтереү бик мөһим. Ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһау өсөн концерт программаһын киңәйтегеҙ. Ә беҙ коллективты иң яҡшы
"Ҡурай көнө"ндә Радий Хәбиров Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең концертында булды
11 октября 202511 окт 2025
1 мин