Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Ҡурай – башҡорт халҡының рухи байлығы" күргәҙмәһе асылды

Ҡурай – башҡорт халҡының рухи байлығының айырылмаҫ өлөшө булып ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған оло аманат. Ул элек-электән башҡорт халҡының һағышын да, шатлығын да, ҡайғыһын да, данлы еңеүен дә көйләгән. Республикалағы байрам көндәренә бағышлап Башҡортостандың Милли музейында "Ҡурай – башҡорт халҡының күңеле" күргәҙмәһе асылды. Күргәҙмәне асыу тантанаһы билдәле оҫталар һәм республика конкурстарының йәш еңеүселәренең "Урал" көйөн уйнауы менән башланды. – Был республикабыҙ тарихы өсөн мөһим көн. Күләмле күргәҙмәне асыу – төбәктең символына әүерелгән башҡорт халыҡ уйын ҡоралын популярлаштырыу буйынса йүнәлеште дауам итеү. Былтыр Радий Хәбиров инициативаһы менән дәүләт ҡурайсылар ансамбле ойошторолдо, ә быйыл ул ил төбәктәре буйлап уңышлы гастролдәрҙә йөрөй. Әгәр ансамбль һәм йәш ҡурайсылар – беҙҙең киләсәгебеҙ булһа, бөгөн асылған музей күргәҙмәһе ул ҡурай тарихын һаҡлаусы, – тип Башҡортостандың Мәҙәниәт министры урынбаҫары Ринат Ғайсин сараның мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Республика халыҡ ижа

Ҡурай – башҡорт халҡының рухи байлығының айырылмаҫ өлөшө булып ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған оло аманат. Ул элек-электән башҡорт халҡының һағышын да, шатлығын да, ҡайғыһын да, данлы еңеүен дә көйләгән. Республикалағы байрам көндәренә бағышлап Башҡортостандың Милли музейында "Ҡурай – башҡорт халҡының күңеле" күргәҙмәһе асылды. Күргәҙмәне асыу тантанаһы билдәле оҫталар һәм республика конкурстарының йәш еңеүселәренең "Урал" көйөн уйнауы менән башланды. – Был республикабыҙ тарихы өсөн мөһим көн. Күләмле күргәҙмәне асыу – төбәктең символына әүерелгән башҡорт халыҡ уйын ҡоралын популярлаштырыу буйынса йүнәлеште дауам итеү. Былтыр Радий Хәбиров инициативаһы менән дәүләт ҡурайсылар ансамбле ойошторолдо, ә быйыл ул ил төбәктәре буйлап уңышлы гастролдәрҙә йөрөй. Әгәр ансамбль һәм йәш ҡурайсылар – беҙҙең киләсәгебеҙ булһа, бөгөн асылған музей күргәҙмәһе ул ҡурай тарихын һаҡлаусы, – тип Башҡортостандың Мәҙәниәт министры урынбаҫары Ринат Ғайсин сараның мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Республика халыҡ ижады үҙәге етәксеһе, Башҡортостандың Ҡурайсылар союзы рәйесе Салауат Кирәйев традицияларҙы һаҡлауҙың мөһимлеген һәм әлеге ваҡиғаның әһәмиәтен билдәләп: – Башҡортостандың милли музейында тәүге тапҡыр ҡурайға арналған экспозиция ҡуйылды. Бында берҙәм комплекста тарихыбыҙҙы, фольклорыбыҙҙы, уйын традицияларын күрергә һәм ҡурай идеяһын тойорға мөмкин. Беҙҙең төп бурысыбыҙ – ата-бабаларыбыҙҙың васыятына ярашлы, был ҡиммәтле мираҫты киләһе быуынға тапшырыу: "Үҙең бел, белгәнеңде башҡаларға тапшыр" – тип әйтеп ҡалдырған улар, – тине. Ҡурайҙың эшмәкәрлеген киң йәйелдереүсе, ҡурайҙы башҡарыуҙың аудио һәм видеоархивтарын булдырыусы, фольклорсы, "Хазина" ижади берекмәһе етәксеһе Юлай Ғәйнетдинов ҡурайҙың үҙенсәлеген башҡортты һәр ваҡыт оҙатып йөрөүсе һәм илһамландырыусы халыҡ ҡоралы булараҡ билдәләне. – Ҡурай – беҙ һаҡларға һәм яҡларға тейешле күп быуатлыҡ йола. Ул беҙгә һуғыш йылдарында ла, тыныс хеҙмәттә лә ярҙам итте. Шуға күрә ҡурайсылар булараҡ беҙҙең бурыс – көйҙәр башҡарыу ғына түгел, ә уларҙың тарихын, уҡытыусыларыбыҙҙы белеү һәм быларҙың барыһын да ҡурайсыларҙың киләһе быуындарына еткереү. Ә бының нигеҙендә ҡурайға хас оҙон көйҙәрҙе белеү ята һәм башҡорт халҡы йөҙҙәрсә оҙон көй һаҡлай, – тине өс йөҙҙән ашыу халыҡ көйөн, шул иҫәптән йөҙҙән ашыу оҙон көйҙәрҙе тергеҙеүсе күренекле мәҙәниәт эшмәкәре. "Ҡурай – башҡорт халҡының күңеле" күргәҙмәһе 5 ноябргә тиклем дауам итәсәк. Экспозиция ҡунаҡтарға уникаль экспонаттар: тарихи һәм хәҙерге ҡурайҙар, легендар башҡарыусыларҙың шәхси әйберҙәре, фотоһүрәттәр һәм архив материалдары аша инструменттың күп яҡлы донъяһын тәҡдим итә. Фотолар: Ҡурайсылар союзының матбуғат хеҙмәте.