11 октябрҙә Республика йорто алдындағы майҙанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң транспорт инфраструктураһы идаралығына “Горожанин” маркалы 10 троллейбус асҡыстарын тапшырҙы. Өфө трамвай-троллейбус заводы тарафынан Минск автозавод кооперацияһында сығарылған техника ҡала электр транспорты үҫеше буйынса программаға ярашлы һатып алынған. - Электр транспортын яңыртыу тураһында ҡарар ҡабул иткән өсөн Өфө мэрияһына рәхмәт, - тине төбәк етәксеһе. – Беҙ артабан да Белоруссия партнерҙары менән кооперациябыҙҙы көсәйтәсәкбеҙ. Беҙҙең водителдәргә лә ихлас рәхмәт һүҙҙәре белдерәм. Хеҙмәтегеҙ еңел түгел, ләкин бик мөһим. Яңы транспортта һеҙгә – эшләүе, пассажирҙарға йөрөүе уңайлы булыр, тип ышанам. Барығыҙҙы ла Республика көнө менән ҡотлайым! Һаулыҡ һәм именлек теләйем. “Горожанин”дың үҙенсәлектәренең береһе – өҫтәмә аккумулятор иҫәбенә, контакт селтәргә тоташмайынса ла, уның 30 километрға тиклем араға автономлы хәрәкәт итеү мөмкинлеге бар. Машинаның опциялары исемлегендә – пассажирҙарға м
Яңы троллейбустар Өфөнөң ҡайһы маршруттары буйлап йөрөр?
11 октября 202511 окт 2025
1 мин