Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Был мөһим сара йыл һайын ойошторола

Өфөлә төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ комплексындағы кадрҙар ҡеүәтен үҫтереү буйынса форум була. Пленар кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Башортостандың төҙөлөш тармағының кадрҙарға ихтыяж проблемаһы, уларҙы хәл итеү һәм эшсе һөнәрҙәренең абруйын арттырыу юлдары ҡарала. Йыл һайын үткәрелгән “Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь-хужалыҡ өлкәһендә кадрҙар ҡеүәтен үҫтереү” форумы Өфөлә 23 октябрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Тормош өсөн инфраструктура” (национальный проект “Инфраструктура для жизни “) бурыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. Был хаҡта Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан хәбәр иттеләр. Сара барышында түңәрәк өҫтәлдәр ойошторола. Төҙөлөш тармағына ҡараған колледждар үҙҙәренең экспозицияһын күрһәтәсәк. “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты – биләмәләрҙең комплекслы үҫеше. Был – торлаҡ һәм юлдар төҙөлөшө. Йәмәғәт һәм ихаталар төҙөклөгө, социаль һәм коммуналь инфраструктураның яңыртылыуы, йәмәғәт транспортының уңай

Өфөлә төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ комплексындағы кадрҙар ҡеүәтен үҫтереү буйынса форум була. Пленар кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Башортостандың төҙөлөш тармағының кадрҙарға ихтыяж проблемаһы, уларҙы хәл итеү һәм эшсе һөнәрҙәренең абруйын арттырыу юлдары ҡарала. Йыл һайын үткәрелгән “Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь-хужалыҡ өлкәһендә кадрҙар ҡеүәтен үҫтереү” форумы Өфөлә 23 октябрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Тормош өсөн инфраструктура” (национальный проект “Инфраструктура для жизни “) бурыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. Был хаҡта Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан хәбәр иттеләр. Сара барышында түңәрәк өҫтәлдәр ойошторола. Төҙөлөш тармағына ҡараған колледждар үҙҙәренең экспозицияһын күрһәтәсәк. “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты – биләмәләрҙең комплекслы үҫеше. Был – торлаҡ һәм юлдар төҙөлөшө. Йәмәғәт һәм ихаталар төҙөклөгө, социаль һәм коммуналь инфраструктураның яңыртылыуы, йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттарының үҫеше. Сығанаҡ, фото: Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.