Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ауыл өсөн мөһим ваҡиға

Мәләүез районының Смаҡ ауылында “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Яңы ФАП заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы урынлаштырылған. Ул халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Фельдшер, процедура кабинеттары, ҡабул итеү, дарыуҙар һаҡлау өсөн бүлмәләр бар. Яңы бинала тәүге медицина ярҙамын Смаҡ ауылы халҡы – барлығы 323 кеше аласаҡ. – Был беҙҙең ауыл өсөн бик әһәмиәтле ваҡиға. Халыҡ диспансерлаштырыу үтеү, планлы, кисектергеһеҙ һәм ашығыс ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә. Йәшәгән урынға яҡын ерҙә медицина ярҙамы алыу бик уңайлы буласаҡ, – ти 37 йылдан ашыу фельдшер булып эшләгән Наталья Семавина. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған

Мәләүез районының Смаҡ ауылында “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Яңы ФАП заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы урынлаштырылған. Ул халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Фельдшер, процедура кабинеттары, ҡабул итеү, дарыуҙар һаҡлау өсөн бүлмәләр бар. Яңы бинала тәүге медицина ярҙамын Смаҡ ауылы халҡы – барлығы 323 кеше аласаҡ. – Был беҙҙең ауыл өсөн бик әһәмиәтле ваҡиға. Халыҡ диспансерлаштырыу үтеү, планлы, кисектергеһеҙ һәм ашығыс ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә. Йәшәгән урынға яҡын ерҙә медицина ярҙамы алыу бик уңайлы буласаҡ, – ти 37 йылдан ашыу фельдшер булып эшләгән Наталья Семавина. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк. Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.