Башҡортостанда һигеҙ рәсми халыҡ дауалаусыһы барлығы асыҡланды. Төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы реестрға тағы ла бер дауалаусыны индерҙе. Шуларҙың өсәүһе - Өфөлә, ҡалғандары Туймазыла, Белоретта һәм ауыл райондарында эшләй. Уларҙың лицензиялары 2026-2030 йылдарға тиклем ғәмәлдә. Рәсми халыҡ табиптары тикшерелгән ысулдар ҡуллана: үлән менән дауалау, быуын ултыртыу, энә менән дауалау, хуш еҫтәр терапияһы, йоготерапия һәм башҡа техникалар. Лицензиялар биш йылға бирелә, практика табиптар контроле аҫтында алып барылаһәм тик шәхсән сеанстар рөхсәт ителә. Башҡортостанда халыҡ дауалауҙары 2018 йылдан алып легалләштерелгән, һаулыҡҡа зыян килтергәндә йәки суд ҡарары буйынса лицензиянан мәхрүм итеүҙәре ихтимал. Иҫәп реестры менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында танышырға була. Автор фотоһы.
Башҡортостанда һигеҙ имсегә генә кешене дауаларға рәсми рөхсәт бирелде
11 октября11 окт
~1 мин