Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Көслөләрҙең һайлауы” проекты старт алды

11 октябрҙә Республикаға идара итеү үҙәгендә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Көслөләрҙең һайлауы” тигән федераль проектының Бөтә Рәсәй конференцияһында ҡатнашты. Ул өс федерацияны берләштерә: дзюдо, самбо һәм спорт көрәше. Маҡсаты – көрәш спортын үҫтереү, илһөйәр йәштәр тәрбиәләү һәм илдең кадрҙар резервын булдырыу. Радий Хәбиров үҙенең тәбрикләү һүҙендә республикабыҙ тарафынан башланғыста ҡаралған барлыҡ йүнәлештәрҙе үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелеүен билдәләне. – Был проектты беҙ спорт һәм тәрбиәүи яҡтан ҡарайбыҙ. Уның бурысы – балаларҙы ғаиләләрен, ярҙамға мохтаждарҙы яҡлауға физик яҡтан әҙер булырға өйрәтеп үҫтереү. Иң мөһиме – ысын патриот ниндәй булырға тейешлеге тураһында дөрөҫ фекер тәрбиәләү, – тине республика Башлығы. Төбәк етәксеһе башланғыстың финал этаптарының береһен уҙғарыу өсөн Көрәш һарайы майҙанын ҡулланыуҙы тәҡдим итте. – Был бик уңайлы урын. Ярыштар үткәреү өсөн унда барлыҡ тейешле нәмә бар. Федераль этапты уҙғарыу өсөн уны ҙур ҡәнәғәтлек мен

11 октябрҙә Республикаға идара итеү үҙәгендә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Көслөләрҙең һайлауы” тигән федераль проектының Бөтә Рәсәй конференцияһында ҡатнашты. Ул өс федерацияны берләштерә: дзюдо, самбо һәм спорт көрәше. Маҡсаты – көрәш спортын үҫтереү, илһөйәр йәштәр тәрбиәләү һәм илдең кадрҙар резервын булдырыу. Радий Хәбиров үҙенең тәбрикләү һүҙендә республикабыҙ тарафынан башланғыста ҡаралған барлыҡ йүнәлештәрҙе үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелеүен билдәләне. – Был проектты беҙ спорт һәм тәрбиәүи яҡтан ҡарайбыҙ. Уның бурысы – балаларҙы ғаиләләрен, ярҙамға мохтаждарҙы яҡлауға физик яҡтан әҙер булырға өйрәтеп үҫтереү. Иң мөһиме – ысын патриот ниндәй булырға тейешлеге тураһында дөрөҫ фекер тәрбиәләү, – тине республика Башлығы. Төбәк етәксеһе башланғыстың финал этаптарының береһен уҙғарыу өсөн Көрәш һарайы майҙанын ҡулланыуҙы тәҡдим итте. – Был бик уңайлы урын. Ярыштар үткәреү өсөн унда барлыҡ тейешле нәмә бар. Федераль этапты уҙғарыу өсөн уны ҙур ҡәнәғәтлек менән бирәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. “Көслөләрҙең һайлауы” проектының йәмәғәт Советы рәйесе, Рәсәй Федерацияһы сенаторы, Рәсәй Геройы, өс тапҡыр олимпия чемпионы Александр Карелин конференцияла ҡатнашыусыларға “Берҙәм Рәсәй” партияһының генераль советы секретары, Федерация Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Владимир Якушевтың тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе. – Башҡортостан минең дә Ватаным, шуға ла бөтә йөрәгемдән, айырым йылылыҡ менән халыҡты республиканың 35-се тыуған көнө менән ҡотлайым. Тыуған еребеҙҙең сәскә атыуын, спортсыларығыҙға яңы бейеклектәр, Рәсәйҙең милли командаһы составында сағыу еңеүҙәр яулауын теләйем. Конференцияла ҡатнашыусыларға йөкмәткеле дискуссия, емешле фекер алышыу теләйем, – тиелә тәбрикләү сәләмендә. Сенатор шулай уҡ төбәк етәкселегенә көрәште үҫтереүгә иғтибары өсөн рәхмәтен белдерҙе. – Радий Фәрит улы, Петербург форумында проектҡа бирелгән яҡшы старт өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт, – тине Александр Карелин. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика биләмәһендә “Көслөләрҙең һайлауы” проектын тормошҡа ашырыу буйынса берлектәге эшмәкәрлек тураһындағы килешеүгә Радий Хәбиров һәм Александр Карелин быйыл июнь айында 28-се Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡул ҡуйғайны. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.