Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара кампусының БашГАУ “Агробиотехнологиялар” лабораторияһында борсаҡ гибридының икенсе уңышын йыйып алдылар. Был үҫентеләр фитотрон камераһы шарттарында контролләнеп үҫтерелгән. Әлеге тәжрибә климат камераһы шарттарында үткәрелә һәм яҡынса өс ай тирәһенә һуҙыла. Саралар “Приоритет -2030” программаһына ярашлы тиҙләтелгән селекция һәм ауыл хужалығы культураларын етештереү программаһы буйынса башҡарыла. Белгестәр бының өсөн “путник”, "памяти Попова”, “родник” тигән үҙебеҙҙең илдең перспективалы сорттарын ҡуллана. Бер тәжрибә йәшнигенә һәр сорттан 20 бөртөк орлоҡ сәселә. - Был тикшеренеүҙәр борсаҡ селекцияһының тиҙләтелгән үҫешендәге мөһим этабы булып тора. Студенттарҙың берҙәм эше, заманса технологиялар ҡулланыу һөҙөмтәһендә ҡиммәтле гибрид комбинациялары алдыҡ. Улар киләсәктә юғары продукт сорттары нигеҙен тәшкил итеүе мөмкин. Был үҫентеләр беҙҙең индустриаль партнерҙар талаптарына яуап бирә, - ти “Агробиотехнологиялар” лабораторияһының кесе ғилми хеҙмәткәре Римма Абдуллина. Вегетация барышында даими рәүештә фенологик күҙәтеүҙәр алып барылған. Был үҫемлектәр үҫешенең бөтә этаптарын теркәргә һәм артабанғы селекция эше өсөн дөрөҫ мәғлүмәттәр алырға булышлыҡ итә. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.