Өфөләге Вуз-ара кампуста урынлашҡан Өфө дәүләт нефть техник университетының Водород-углерод технологиялары үҙәгенең углерод материалдары һәм спектроскопия технологиялары лабораторияһы командаһы үҙенсәлекле хеҙмәт өҫтөндә уңышлы эшләй. Углерод сеймалынан графен синтезлау буйынса яҡшы һөҙөмтә Америка һәм Ҡытай аналогтарынан өҫтөнөрәк. Лаборатория начальнигы, химия фәндәре докторы, профессор Михаил Доломатов әйтеүенсә, емешле эштең серҙәре бар, улар – талантлы һәм мауығып ижад иткән хеҙмәткәрҙәр, тикшереү эшенә мөкиббән киткән команда. Графен алыу өсөн лаборатория аппаратураһын камиллаштырыуға ҙур өлөш индергән ғалим-конструктор Олег Рыжиков – бик күп ҡыҙыҡлы идеялар генераторы. Кесе ғилми хеҙмәткәр Вадим Собханғолов һәм инженер Семен Вершинин – Өфө нефть техник университеты аспиранттары һәм төп экспериментаторҙар. Улар графен темаһына тәрән үтеп ингән, АҠШ, Һиндостан һәм Ҡытай патенттарын өйрәнгән. Аспирант Олег Белотелов һәм университет студенты Семен Вершинин графен синтезланыусы реактор эшләү менән шөғөлләнә. Синтез һөҙөмтәһендә ҡатнашма – графен, графит, аморфлы углерод һәм башҡа матдәләр барлыҡҡа килә. Лабораторияла ошо ҡатнашмала күпме графен булыуын минут эсендә асыҡлай алған ысул уйлап табылған. Был – бик етди ҡаҙаныш, шуға күрә патенттар ҙа, мәҡәләләр ҙә әҙер инде. Лабораторияларҙа студенттар, диплом яҙыусылар, президент стипендиаттары эшләй. Лабораторияның икенсе төркөмө графендың сифатын һәм структураһын өйрәнә. Нефть химияһы ҡалдыҡтарын графен ҡоромона эшкәртеү буйынса эш Рәсәй Мәғариф министрлығының “Приоритет-2030” программаһының “Яңы иҡтисад химияһы” стратегик проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы алып барыла. Фото: Өфө Вуз-ара кампус сайты.