Найти в Дзене

Иң-иңдәр юғары дәүләт бүләктәрен алды

“Башҡортостан” дәүләт концерт залында Республика көнө айҡанлы тантаналы йыйылыш үтте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡын байрам менән ҡотланы һәм хеҙмәт алдынғыларына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың юғары дәүләт наградалары тапшырҙы. “Мәҙәниәт һәм сәнғәттәге хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән билдәле йырсы, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Нәзифә Ҡадирова бүләкләнде. Ул юғары награда өсөн рәхмәт әйтте һәм бөтәһен дә яҡынлашып килгән республика көнө менән ҡотланы. Сенатор, Рәсәй Геройы, өс тапҡыр олимпия чемпионы Александр Карелин Шайморатов ордены кавалеры булды. Уны Башҡортостандың тоғро дуҫы тип атанылар. “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалын Башҡортостан Башлығы ҡулынан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Александр Работяев һәм Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар Союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова алды. Радий Хәбиров шулай уҡ әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаттарын бүләкләне. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.