Найти в Дзене

Урынлы, дөрөҫ ҡарар

Бөгөн, 10 октябрҙә, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Башҡортостан» дәүләт концерт залында республиканың Ҡурайсылар дәүләт ансамбле концертында булды. Ансамбль 2024 йылдың яҙында төбәк етәксеһе башланғысы буйынса ойошторолдо. Ә бер йыл элек, Республика көнө алдынан, Радий Хәбиров 10 октябрҙе Башҡортостанда Ҡурай көнө тип иғлан итте. Концерт программаһында - билдәле халыҡ көйҙәре, төрлө жанрҙағы халыҡ йырҙары, башҡорт бейеүҙәре. Уларҙы 30-ҙан ашыу музыкант -профилле юғары белемле белгестәр башҡара. Коллективтың етәксеһе - Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов. Ансамблдең сығышынан һуң республика Башлығы башҡарыусылар менән аралашты. Радий Хәбиров ҡурайсыларға сағыу сығыштары өсөн рәхмәт әйтте һәм ансамблдең артабанғы эшмәкәрлеге планын әҙерләргә тәҡдим итте. Республика был йәһәттән коллективҡа кәрәкле ярҙам күрһәтергә әҙер. - Традицион сәнғәтебеҙҙе үҫтереү бик мөһим. Ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһау өсөн концерт программаһын киңәйтегеҙ. Ә беҙ коллективты иң яҡшы майҙансыҡтарҙа танытырға ярҙам итәсәкбеҙ, – тине төбәк етәксеһе. - Ҡалаларыбыҙға һәм ауылдарыбыҙға барырға, халыҡты ансамблдең ижады менән таныштырырға кәрәк. Артистар республика етәкселегенә Башҡортостан халыҡтарының традицион сәнғәтенә ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Журналистар менән әңгәмәлә Радий Хәбиров Ҡурайсылар дәүләт ансамбле сығышынан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты. - Миңә барыһы ла бик оҡшаны. Бындай номерҙар республикабыҙҙың визит карточкаларының береһе була ала, - тип билдәләне төбәк етәксеһе. - Ҡурайсылар коллективын ойоштороу ҡарары урынлы, дөрөҫ булыуын күрәбеҙ. Фото: glavarb.ru