"Башҡортостан ҡыҙы" журналының баш мөхәррире, яҙыусы Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яңы яҙма менән уртаҡлашты. "Инзилә Ибраһимова (Инзилә Фазылова) тигән матур хәрби ҡыҙҙы интернеттан күптәр һоҡланып ҡарайҙыр. Комментарийҙар яҙа бит инде халыҡ өҙөлөп. Бигерәк тә ир-егеттәр йығылышып ята. Йә һуғыштамын, йә яуҙан сыҡтым, йә ялға ҡайттым тип, йөҙ фото ҡуя. Әлбиттә, беҙ ҙә ҡараныҡ, әүрәнек һәм журналға ҡуяйыҡ әле был сибәр, батыр ҡыҙҙы тип эҙләй башланыҡ. Һәм был ҡыҙ һүрәте артында атаҡлы бер мутлашыусы ир (төркөмдөр, бәлки) ултырғанын асыҡланыҡ. Инзилә тигән ҡыҙ юҡ! Әлеге посты ҡуйыуға шәл сәбәпсе булды: "Инзилә" күп кешенән аҡса һорап алған. Бығаса уны уйлап сығарылған постар ҡуйыусы фейк тип кенә ҡараһаҡ, әле мутлашыусы икәнлеге лә асылды. Йә госпитәлдәмен, йә картамды юғалттым тип һорай икән. Кешеләр ҡаба икән. Әле генә бер ағай, инәлеп һорағас ике айлыҡ пенсиямды күсерҙем һәм ул мине блокировать итте, тип яҙа. Һаҡ булығыҙ, үҙебеҙҙең халыҡ араһында ла шундайҙар барлыҡҡа килде. Аңғарып", - тип яҙҙы ул. Бына шундай хәлдәр ҙә була икән тормошта. Һаҡ булығыҙ! Сығанаҡ: https://vk.com/milyasha_kagarmanova?from=groups