Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы “Һанлы мөлкәт һәм төҙөлөш” суперсервисында быйыл туғыҙ айҙа 335 төҙөлөш проекты булдырылған. Электрон сервистарҙы үҫтереү – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы тормошҡа ашырылған “Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләтте һанлы трансформациялау” милли проектының (национальный проект “Экономика данных и цифровая трансформация государства”) өҫтөнлөклө бурыстарының береһе. – Суперсервис, төҙөүселәргә уңайлылыҡ тыуҙырып, коммуналь селтәрҙәргә тоташыу йәһәтенән барлыҡ кәрәкле хеҙмәттәрҙе “берҙәм тәҙрә” принцибы буйынса бер урында алыу мөмкинлеген бирә. Был интерактив механизм объекттарҙы сафҡа индереү процедураларының һөҙөмтәлелеген арттыра, – ти Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин. Сервис төҙөлөшкә, технологик бәйләнештәргә ҡағылышлы хәлдәрҙе үҙ эсенә ала, электрон хеҙмәттәр алыуға һылтанмаларҙы һәм эҙмә-эҙлекле эштәрҙең тулы исемлеге булған инструкцияны тәҡдим итә. Улар араһында төҙөлөшкә рөхсәт, һат