Нефтекама ҡалаһынан шәхси эшҡыуар Луиза Ғарипова, тауар билдәһенә танытма алып, үҙенең “Шоколад апа” брендын уңышлы теркәүгә өлгәшкән. Заявканы рәсмиләштереп, тейешле документтар алыуҙа “Минең бизнес” үҙәгенең урындағы филиалы вәкилдәре ярҙам күрһәткән. Был хаҡта республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр ителәр. – “Минең бизнес” үҙәге эшҡыуарҙарға тауар билдәләрен сертификатлау һәм теркәү буйынса бушлай хеҙмәт күрһәтә. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы булдырылған “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) ярашлы тормошҡа ашырыла. Бушлай хеҙмәт республика биләмәһендә эш алып барған бәләкәй һәм урта бизнес субъекттары өсөн ҡаралған, – ти Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина. Йүнсел Луиза Ғарипова тәбиғи, сифатлы шоколад эшләү теләген былтыр мартта бойомға ашыра башлаған. “Минең бизнес” үҙәгенең Нефтекамалағы филиалы белгестәре ярҙамында шәхси предпри