“Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү 2.0” федераль проекты буйынса тауыш биреү башланғандан алып унда республиканан 10 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан дәүләт идаралығы һанлы үҫеш министрлығынан. Маҡсат – ауылдарҙа интернет, телефон бәйләнеше булдырыу. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары нигеҙендә булдырылған “Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләтте һанлы трансформациялау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Әле айырыуса Бөрйән районының Тимер, Ҡариҙел районының Сапаш, Баҡалы районының Күрсәй ауылдары халҡы үҙҙәрендә заманса бәйләнеш сараһы булдырыу өсөн әүҙем тауыш бирә. – Республикала йәшәүселәр, ғөмүмән, федераль проектта дәррәү ҡатнаша. Тауыш биреү хоҡуғына 18 йәше тулған, Башҡортостанда даими йәшәгән Рәсәй граждандары эйә, – ти Башҡортостан дәүләт идаралығы һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин. Тауыш биреү Дәүләт хеҙмәттәре порталында, шулай уҡ почта аша 2025 йылдың 9 ноябренә ҡәҙәр дауам итә. Шәхси йәки коллектив хаттарҙы Рәсәй һанлы министрлығының ад