Бөгөн, Республика көнө алдынан, Өфөлә Радий Хәбиров лайыҡлыларға Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Тәбрикләү һүҙендә республика етәксеһе, был залда республикабыҙҙың затлы шәхестәре, үҙ хеҙмәте менән Башҡортостандың бөгөнгө тарихын яҙыусылар йыйылды, тип билдәләне. – Һеҙҙең арағыҙҙа төрлө һөнәр вәкилдәре – етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәр, ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре, табиптар, педагогтар, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр, ғалимдар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, журналистар һәм башҡалар бар. Айырыуса республика хеҙмәт династиялары конкурсы еңеүселәрен ҡотларға теләйем. Һеҙҙең һоҡланғыс ғаиләләрҙә һөнәреңә һөйөү, бурысҡа тоғролоҡ быуындан-быуынға тапшырылып килә. Бөгөн беҙ махсус хәрби операция бурыстарын хәл итеү, яугирҙәребеҙ һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Иҡтисадты һәм социаль өлкәне нығытабыҙ. Сәнәғәтселәребеҙҙең һәм, ҡатмарлы һауа шарттарына ҡарамаҫтан, яҡшы уңыш алған аграрийҙарыбыҙҙың юғары һөҙөмтәләре менән ғорурланабыҙ. Быйыл 3,8 милли
Хеҙмәт династиялары, үҙ эшенең оҫталары наградланды
10 октября 202510 окт 2025
2 мин