Был хәлде Гөлбикә исемле танышым һөйләгәйне. Кемдер өсөн – ҡыҙыҡ, кемгәлер фәһемле булыр. “Быға тиклем эшләгән урынымдағы етәксе ҡатын кейем-һалымға ныҡ иғтибар итеүсән ине. Һүҙ юҡ, үҙе бик модалы кейенә, яңынан-яңы күлдәк, пинжәк, итәк һатып алып ҡына тора. Ярай, уныһына һүҙ юҡ, хәленән килгәс, үҙенә оҡшағас, әйҙә кейенһен. Тик кешенең нисек кейенеүен тикшереп аптырата. Сама менән бер йәштәрҙә булғас, ундай-бындай хәбәрҙәрен беҙгә – Гөлсөм менән миңә һөйләй. “Эй, анау бүлектәге Нина Федоровна бигерәк һәпрә кейенә, был бүлектәге Фәһимә сәсенең салын да буямай...” Ошоноң ише хәбәрҙәре менән ҡайһы берҙә ялҡытып та ташлай. Берәйһенең бүлмәһенә килеп инһә, ниңә тәҙрә төбөндә саң, өҫтәлеңдә тәртипһеҙлек, тип бәйләнеп аптырата кешеләрҙе. Барыһы ла уны шул тиклем таҙа, уңған, егәрле ханымдыр тип уйлай ине. Бер мәл, сираттағы отпускыһына сыҡҡас, төшкә табан ах та ух итеп эшкә килеп инде. Гөлсөм менән мине кабинетына саҡыртып, “Ҡыҙҙар, Әмирчик менән ял итергә китеп барам. Зинһар, фатирымды ҡара
"Егәрле" етәксебеҙҙең ысынында кем икәнен күреп ҡайттыҡ
10 октября 202510 окт 2025
1 мин