Был һут яман шеш менән ауырыған кешеләргә тәҡдим ителә, сөнки ул энергияны тергеҙә, иммунитетты нығыта, шулай уҡ ҡан анализын яҡшырта ала. Һутты әҙерләү бик еңел һәм уның бер генә етешһеҙлеге бар — эсеүгә бик тәмле түгел. Шулай ҙа, һөҙөмтәләрҙе күргәс, быға иғтибар итмәй башлайһың. Һут сөгөлдөр һәм кишерҙән тора. Уны күп тиҫтә йылдар дауамында химиотерапия үткән кешеләргә тәҡдим итәләр. Ләкин, яман шеше булмаған кешеләр өсөн дә ул бик файҙалы. Арығанлыҡ, энергия етмәү йәки депрессия хәлен тойһағыҙ, был эсемлек һеҙгә кәрәк булыуы мөмкин. Ингредиенттары: Сөгөлдөр – 1 кг Лимон –1 дана. Кишер – 0,5 кг Апельсин – 3 дана. Алма – 3 дана. Бал – 1 кг. Әҙерләү: Бөтә ингредиенттарҙы йыуып, блендерҙа ваҡлағыҙ. Һөҙөмтәлә ҡыҙғылт төҫтәге һут барлыҡҡа килә. Уны быяла шешәләргә йәки банкаларға һалығыҙ (пластик һауытты ҡулланмағыҙ) һәм һыуытҡыста һаҡлағыҙ. Һәр иртә ас килеш ярты стакан һут эсергә кәңәш ителә. Әгәр был һутты көн һайын ҡулланһаң, 10 көндән һуң энергияның артыуын, кәйефтең яҡшырыуын һәм о
Был һутты яман шеш менән сирләгәндәргә кәңәш итәләр
9 октября 20259 окт 2025
~1 мин