Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Андрей Назаров Республика көнөнә арналған тантанала ҡатнашты

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылышында ҡатнашты. Сараны асып, Андрей Назаров йыйылғандарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән Республика көнө менән ҡотланы һәм Өфөнөң бөтә төбәк өсөн ҡеүәтле үҫеш нөктәһе булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. – Республика баш ҡалаһы – заманса, ырамлы үҫешеүсе, миллион кеше йәшәгән ҡала өлгөһө. Бында тормош, эшләү, уҡыу һәм балаларҙы тәрбиәләү өсөн ҙур потенциал һәм мөмкинлектәр тупланған. Беҙҙең бурыс – был потенциалды мөмкин тиклем нығыраҡ, һөҙөмтәле файҙаланыу һәм Өфөнө илдең сәскә атыусы ҡалаһына әүерелдереү, ә Башҡортостанды кешеләр өсөн иң яҡшы төбәк итеү!– тип билдәләне Премьер-министр. Аҙаҡ ул төбәктең йыллыҡ социаль-иҡтисади үҫешенә йомғаҡ яһаны. Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенең эшлекле мөхит сифаты һәм уңайлылығы буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең тәүге өс төбәгенә инә. Һуңғы алты йыл дауамында инвестицияларҙың тотороҡло үҫеше күҙәтелә: инвестиция үҫеше динамикаһы буйынс

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылышында ҡатнашты. Сараны асып, Андрей Назаров йыйылғандарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән Республика көнө менән ҡотланы һәм Өфөнөң бөтә төбәк өсөн ҡеүәтле үҫеш нөктәһе булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. – Республика баш ҡалаһы – заманса, ырамлы үҫешеүсе, миллион кеше йәшәгән ҡала өлгөһө. Бында тормош, эшләү, уҡыу һәм балаларҙы тәрбиәләү өсөн ҙур потенциал һәм мөмкинлектәр тупланған. Беҙҙең бурыс – был потенциалды мөмкин тиклем нығыраҡ, һөҙөмтәле файҙаланыу һәм Өфөнө илдең сәскә атыусы ҡалаһына әүерелдереү, ә Башҡортостанды кешеләр өсөн иң яҡшы төбәк итеү!– тип билдәләне Премьер-министр. Аҙаҡ ул төбәктең йыллыҡ социаль-иҡтисади үҫешенә йомғаҡ яһаны. Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенең эшлекле мөхит сифаты һәм уңайлылығы буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең тәүге өс төбәгенә инә. Һуңғы алты йыл дауамында инвестицияларҙың тотороҡло үҫеше күҙәтелә: инвестиция үҫеше динамикаһы буйынса республика Волга буйы федераль округында беренсе урында.Тормошҡа ашырылыусы проекттарҙың дөйөм портфеле 1,2 триллион һумдан аша. Өфө өлөшөнә бөтә республика буйынса етештерелгән тауарҙар күләменең яртыһы тура килә, шуның өстән ике өлөшө эшкәртеү тармаҡтарына ҡарай.Ҡала биләмәһендә индустриаль парктарҙың һәм технопарктарҙың иң ҙур өлөшө урынлашҡан. Эре сәнәғәт предриятиелары күләмле инвестиция программаларын тормошҡа ашыра. Башҡортостан – илдең төп аграр төбәктәренең береһе. Ауыл хужалығы биләмәләре ете миллион гектарға яҡын майҙанды биләй. Йыл һайын 3,5 миллион тоннанан ашыу иген культуралары етештерелә. Өфөнө республиканың торлаҡ төҙөлөшө үҙәге тип атарға була. 2024 йылда 1,13 миллион квадрат метр майҙанда торлаҡ тапшырылды. –Былтыр республикабыҙҙың баш ҡалаһы 450 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Уның үҙгәреү һөҙөмтәһен ҡаланың һәр кешеһе күрәлер. Һуңғы ике йылда ғына заманса Өфө йөҙөн билдәләгән бер нисә локацияны тәртипкә килтерҙек: Аксаков паркы, Урмансылар исемендәге урман паркы һәм башҡалар. Ҡаланың йәшәү өсөн уңайлыраҡ була барыуы һәм халыҡты үҙенә йәлеп итеүе ҡыуандыра,– тип билдәләне сығышында Андрей Назаров. Ул ҡала халҡын Республика көнө менән ҡотланы һәм баш ҡаланың үҫешенә һиҙелерлек өлөш индергәне өсөн Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиевте Башҡортостан Республикаһы Премьер-министрының Почетлы знагы менән наградланы. Сара аҙағында Андрей Назаров төрлө һөнәр эйәләренә дәүләт һәм хөкүмәт наградалары тапшырҙы. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.