Был хәл быйылғы яҙҙа булды, әммә, ни сәбәптәндер, халыҡ араһында таралып, билдәлелек алманы. Ҡоралһыҙ кешенең айыу менән көрәшеп, иҫән ҡалған осрағы бик аҙ – ошо үҙе үк был осраҡты үҙенсәлекле итә. 2025 йылдың 25 апреле Йылайыр районының Ҡыҙҙар-Биргән ауылы кешеһе Роберт Юлсуриндың хәтерендә мәңгегә уйылып ҡалыр, моғайын. Был көндө, төшкө аштан һуң, ул кросс мотоциклында йөрөп килергә була. Мотоциклы һәйбәт, тейешле экипировкаһы ла бар – шуны кейеп, Бөрйән районы биләмәһенә ҡараған ташландыҡ ауыл яғына ҡарай сығып китә. Тәбиғәт тарафынан булдырылған һәм ҡасандыр кешеләр алып барған көнкүрештән ҡалған урындар мотодром өсөн бик ҡулай булып сыға. Ул күңеле булғансы яратҡан шөғөлө менән булыша. Өйөнә икенсе яҡтан ҡайтырға хәл итә. Ауылына өс саҡрым самаһы ара ҡалғас, көтмәгәндә мотоциклы һүнә. Техниканы ҡарағас, хужа инструменттарһыҙ йүнәтеп булмаясағын аңлай һәм, мотоциклды урманда ҡалдырып, һуңынан килеп алырға хәл итә. Ике йөҙ метр самаһы үтеүгә тәүге йыртҡысты осрата. 50 метр самаһы
Йылайыр егете айыу менән нисек алышыуы тураһында һөйләгән
9 октября 20259 окт 2025
3 мин