Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә Тажикстанға сәфәрҙең һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәк етәксеһе Дүшәнбелә ил Президенты Владимир Путин етәкселек иткән Рәсәйҙең рәсми делегацияһы составында эшләне. Башҡортостан Башлығы бер нисә эшлекле осрашыу үткәрҙе, буласаҡ Рәсәй-Тажикстан индустриаль парк майҙанын ҡараны һәм уны төҙөү тураһында инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйыуҙа ҡатнашты. Документ экземплярҙары менән алмашыу ике дәүләт башлыҡтары – Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Тажикстан Президенты Эмомали Рахмон ҡатнашлығында үткәрелде. – Беҙ Рәсәй Федерацияһының рәсми делегацияһы составында эшләйбеҙ. Башҡортостандың бында ҡатнашыуы үҙе үк тышҡы иҡтисади тректа республика эшмәкәрлегенә юғары баһа тип иҫәпләйем, – тине Радий Хәбиров. Төбәк етәксеһе Тажикстанға сәфәрҙең был ил менән мөнәсәбәттәрҙә яңы бит асыуын билдәләне. – Бер урында торорға ярамай, халыҡ-ара аренала яңы партнерҙар эҙләргә кәрәк. Тажикстан хеҙмәттәшлеккә бик әүҙем саҡыра һәм