🌏Ер йөҙөндә балаларҙы шәхес итеп үҫтергән уҡытыусы һәм тәрбиәсе тигән һөнәрҙәр бар. Улар икәүһе лә илдең, халыҡтың киләсәгенә нигеҙ һалыусылар. 🔔3 октябрь көнө Баймаҡ районының Беренсе Төркмән ауылында мәғариф өлкәһе һәм балалар баҡсаһы ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотланыҡ. Римма Харрас ҡыҙы Хөсәйенова, Ғәйникамал Ғафур ҡыҙы Мәҡсүтова, Ильдар Зәйнулла улы Йосопов — өсәүһе лә үҙ ғүмерҙәрен балалар уҡытыуға бағышлаған кешеләр. Улар эшләгән йылдарындағы йылы хәтирәләре менән бүлешһә, килгән ҡунаҡтар юбилейҙары айҡанлы йылы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙеләр. Уҡытыусылар ҙа, тәрбиәселәр ҙә үҙҙәренең йәш, дәртле ваҡыттарын, эштә лә, йәмғиәт эшендә лә алһыҙ-ялһыҙ эшләгән ваҡыттарын йылы һүҙҙәр менән иҫкә алдылар✨ 🎶Вазифа апай һәм Ильдар Йосоповтың, Таңһылыу Ҡужина, Гөлсибәр Абдуллина, Маһинур Әминоваларҙың йырҙары, Фәрүәз ағайҙың шиғырҙары, Мөҙәрис, Рафиҡ ағайҙарҙың гармун моңдары сараға йәм, наҙ, ҡот өҫтәнеләр🎶 Ҡунаҡтар тәмле сәй табыбынан, мәрхүм уҡытыусыларға аяттар бағышла
🌏Ер йөҙөндә балаларҙы шәхес итеп үҫтергән уҡытыусы һәм тәрбиәсе тигән һөнәрҙәр бар
9 октября 20259 окт 2025
1 мин