Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

Ошо көндәрҙә мәғариф өлкәһе һәм балалар баҡсаһы ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотланыҡ

Ошо көндәрҙә мәғариф өлкәһе һәм балалар баҡсаһы ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотланыҡ. Римма Харрас ҡыҙы Хөсәйенова, Ғәйникамал Ғафур ҡыҙы Мәҡсүтова, Илдар Зәйнулла улы Йосопов — өсәүһе лә үҙ ғүмерҙәрен балалар уҡытыуға бағышлаған кешеләр. Улар эшләгән йылдарындағы йылы хәтирәләре менән бүлешһә, килгән ҡунаҡтар юбилейҙары айҡанлы йылы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙеләр. Уҡытыусылар ҙа, тәрбиәселәр ҙә үҙҙәренең йәш, дәртле ваҡыттарын, эштә лә, йәмғиәт эшендә лә алһыҙ-ялһыҙ эшләгән ваҡыттарын йылы һүҙҙәр менән иҫкә алдылар. Вазифа апай һәм Илдар Йосоповтың, Таңһылыу Ҡужина, Гөлсибәр Абдуллина, Маһинур Әминоваларҙың йырҙары, Фәрүәз ағайҙың шиғырҙары, Мөҙәрис, Рафиҡ ағайҙарҙың гармун моңдары сараға йәм, ҡот өҫтәне.

Ошо көндәрҙә мәғариф өлкәһе һәм балалар баҡсаһы ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотланыҡ. Римма Харрас ҡыҙы Хөсәйенова, Ғәйникамал Ғафур ҡыҙы Мәҡсүтова, Илдар Зәйнулла улы Йосопов — өсәүһе лә үҙ ғүмерҙәрен балалар уҡытыуға бағышлаған кешеләр. Улар эшләгән йылдарындағы йылы хәтирәләре менән бүлешһә, килгән ҡунаҡтар юбилейҙары айҡанлы йылы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙеләр.

Уҡытыусылар ҙа, тәрбиәселәр ҙә үҙҙәренең йәш, дәртле ваҡыттарын, эштә лә, йәмғиәт эшендә лә алһыҙ-ялһыҙ эшләгән ваҡыттарын йылы һүҙҙәр менән иҫкә алдылар.

Вазифа апай һәм Илдар Йосоповтың, Таңһылыу Ҡужина, Гөлсибәр Абдуллина, Маһинур Әминоваларҙың йырҙары, Фәрүәз ағайҙың шиғырҙары, Мөҙәрис, Рафиҡ ағайҙарҙың гармун моңдары сараға йәм, ҡот өҫтәне.

Зәлиә Бүләкәнова.

-2
-3
-4
-5
-6