Иҫке сибайҙар Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән "Сәләмәт ауыл” конкурсы сиктәрендә “Сылтыр шишмә” акцияһына ҡушылып, ауыл хакимиәте иң әүҙем ауылдаштарыбыҙ менән берлектә “Самауыр” шишмәһен тергеҙеп, биләмәһен төҙөкләндерҙе. Хәҙер шишмә бөтөнләй икенсе төҫ алды. Дөйөм көс менән был урын һәр кемде үҙенә әйҙәп торорлоҡ итеп эшләнде, ағастар ултыртылды. Бөгөн шишмәне асыу сараһы үтте. Тантанала Баймаҡ районы башҡорттар ҡоролтайы рәйесе Азамат Мөхәмәтшин, Сибай ауыл биләмәһе башлығы Айнур Сибаев ҡатнашты. Йыр -моң, бейеү менән үрелеп барған байрамда шишмә төҙөкләндереүҙә ҡатнашҡан ауылдаштар тәбрикләнде. Һәммәһе лә тәмле, шифалы самауыр сәйе эсеп, ритайым бейеп, шишмәнең оҙаҡ йылдар сылтырап ағыуын теләп таралышты. Киләсәктә ултыртҡан ағастар үҫеп китһен,шишмә үҙенең тәмле, саф һыуы менән һөйөндөрөп торһон, бөгөнгөләй кеше өҙөлмәһен. Йәшәйеш сығанағы булған шишмәләр сылтырап ағып торһон! Фотолар: vk.com/album-227976299_309 Иҫке Сибай ауыл биләмәһе.
Иҫке сибайҙар Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән "Сәләмәт ауыл” конкурсы сиктәрендә “Сылтыр шишмә” акцияһына
9 октября 20259 окт 2025
~1 мин