Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Мәрхүмде ерләгәндә ҡатын-ҡыҙға зыяратҡа керергә яраймы?

Мәрхүмде ерләгәндә ҡатын-ҡыҙҙарға зыяратҡа керергә яраймы икән, тигән һорау тыуҙы Әминә исемле танышымдың үҙе менән булған бер ваҡиғаны һөйләгәндән һуң. Сөнки ҡайһы бер ауылдарҙа рөхсәт итәләр, ҡайһы яҡта ҡатын-ҡыҙҙар ҡапҡа янынан уҡ оҙатып ҡала. Әминәнең һөйләгәндәрен тыңлайыҡ. – Ул ваҡытта мәктәптә уҡый инек. Минән ике йәшкә юғары Ләйлә исемле әхирәтемдең әсәһе сирләп, ҡапыл ғына вафат булды. Бик сабыр, донъя көтөүгә егәрле ине Сәүиә апай. Әхирәтемдаң мәктәпте тамамлайым, юғары уҡыу йортона уҡырға инәм тип, имтихандарын уңышлы тапшырып, ҡанатланып йөрөгән мәле ине. Әсәһе ауырығанын, бәлки, әйтмәгәндер ҙә, шуға ла барыһы өсөн дә был ваҡиға көтөлмәгән булды. Әхирәтенә терәк булыу маҡсаты менән мәктәптән беҙҙең класс та зыяратҡа Ләйләнең әсәһен һуңғы юлға оҙатырға барҙы. Мәрхүмде ҡәбергә ҡуйып тупраҡ һала башлауға, әхирәтем үҙен тыя алмай ярһып иларға кереште. Эргәләге туғандары уны тынысландырырға тырышты. Миңә быны күреү үтә ныҡ ауыр тәьҫир итте. Оҙаҡ ваҡыт ошо ҡыйын кисерештән сы

Мәрхүмде ерләгәндә ҡатын-ҡыҙҙарға зыяратҡа керергә яраймы икән, тигән һорау тыуҙы Әминә исемле танышымдың үҙе менән булған бер ваҡиғаны һөйләгәндән һуң. Сөнки ҡайһы бер ауылдарҙа рөхсәт итәләр, ҡайһы яҡта ҡатын-ҡыҙҙар ҡапҡа янынан уҡ оҙатып ҡала. Әминәнең һөйләгәндәрен тыңлайыҡ. – Ул ваҡытта мәктәптә уҡый инек. Минән ике йәшкә юғары Ләйлә исемле әхирәтемдең әсәһе сирләп, ҡапыл ғына вафат булды. Бик сабыр, донъя көтөүгә егәрле ине Сәүиә апай. Әхирәтемдаң мәктәпте тамамлайым, юғары уҡыу йортона уҡырға инәм тип, имтихандарын уңышлы тапшырып, ҡанатланып йөрөгән мәле ине. Әсәһе ауырығанын, бәлки, әйтмәгәндер ҙә, шуға ла барыһы өсөн дә был ваҡиға көтөлмәгән булды. Әхирәтенә терәк булыу маҡсаты менән мәктәптән беҙҙең класс та зыяратҡа Ләйләнең әсәһен һуңғы юлға оҙатырға барҙы. Мәрхүмде ҡәбергә ҡуйып тупраҡ һала башлауға, әхирәтем үҙен тыя алмай ярһып иларға кереште. Эргәләге туғандары уны тынысландырырға тырышты. Миңә быны күреү үтә ныҡ ауыр тәьҫир итте. Оҙаҡ ваҡыт ошо ҡыйын кисерештән сыға алмай, онота алмай йөрөнөм. Зыяратҡа инеү түгел, хатта ул яҡҡа ҡарауы ла ауыр була торғайны. Бик күп йылдар уҙһа ла, ошо ваҡиға күңелде әрнетеп ваҡыты-ваҡыты менән иҫкә төштө. Күңеле нескә заттарҙы, ҡатын-ҡыҙҙы мәрхүмде ерләгән урынға кертергә кәрәкмәйҙер ул, – тигән һүҙҙәр менән тамамланы һөйләгәндәрен Әминә. Һеҙ был турала нимә уйлайһығыҙ? Автор фотоһы.