Найти в Дзене

Байрам Тауға ла килеп етте

Яңауыл районының Тау ауылында, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Элек медицина пункты 1985 йылда төҙөлгән, уңайлыҡтар булмаған бинала көн күрҙе. Яңы пункт заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы урынлаштырылған, сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Бында фельдшер кабинеты, ҡабул итеү, процедура, дарыуҙар һаҡлау өсөн кабинеттар бар. Тәүге медицина ярҙамын ауылдың 144 кешеһе аласаҡ. Уларҙы медицинаға 25 йыл ғүмерен арнаған фельдшер Илүсә Ситдиҡова хеҙмәтләндерәсәк. “Һанлы ФАП” проекты ауыл халҡына һанлы медицина хеҙмәттәрен күрһәтеү мөмкинлеген бирә. Фельдшер ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын аса, электрон рецепт яҙа ала, шулай уҡ телемедицина консультацияһы үткәреү мөмкин. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк. Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.