Найти в Дзене

"Минең бизнес" нисек эшләй?

2025 йыл башынан алып “Минең бизнес” үҙәгенең Өфөләге филиалы 40-тан ашыу эшҡыуарлыҡ сараһы үткәргән, тип хәбәр итәләр республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан. Уларҙың программалары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары нигеҙендә булдырылған “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) ярашлы тормошҡа ашырыла. Йүнәлештәре киң, шул иҫәптән яһалма интеллект буйынса инновациялы оҫталыҡ дәрестәре, форсайт-сессиялар, маркетинг, социаль һәм креатив бизнес нигеҙҙәренә уҡытыу. – Башҡортостанда “Минең бизнес” үҙәге селтәре бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн урында киң хеҙмәтләндереү мөмкинлеге бирә. Әле баш ҡалала һәм башҡа муниципаль берәмектәрҙә 13 офис бар, – ти республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина. Улар ойошторған аҙаҡҡы сараларҙың береһе бизнесҡа ярҙам итеү саралары буйынса семинар булды. Ул “Эшҡыуарлыҡ өсөн мөхит” проекты нигеҙендә уҙғарылды, йүнселлек компетенцияларын күтәреүгә йүнәлтелде. Сарала дәүләт структуралары, шулай уҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ тармағының 40-ҡа яҡын субъекты вәкилдәре ҡатнашты. Спикерҙар бизнесты үҫтереү өсөн ғәмәли тәжрибә өлгөләре менән уртаҡлашты. Сарала ҡатнашыусылар уларға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы биреп, мөһим мәғлүмәт алды. Фото: bash.news