Шәһит Хоҙайбирҙиндең күренекле партия һәм дәүләт эшмәкәре, журналист, яҙыусы икәне бөтәһенә лә мәғлүм. Арҙаҡлы башҡорт шәхесе 1896 йылдың 9 октябрендә хәҙерге Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин ауылында тыуған. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашҡан. Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. РКП(б) өлкә комитетының беренсе секретары, ер эштәре халыҡ комиссары урынбаҫары, эске эштәр халыҡ комиссары булып эшләй. 1924 йылдың 21 декабрендә ҡаты ауырыуҙан Мәскәүҙә вафат була. Өфөлә ерләнгән. Республикабыҙҙа Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбирҙин шәхесенә ҙур хөрмәт менән ҡарайҙар. Уның иҫтәлеген мәңгеләштереү йәһәтенән исеме төрлө объекттарға бирелгән, тыуған ауылы уның исемен йөрөтә, Өфө, Стәрлетамаҡ һәм башҡа ҡалаларҙа ла Ш. Хоҙайбирҙин урамдары бар. Өфөлә һәйкәл һәм иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған. Журналистарға Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы тапшырыла. Ошо көндәрҙә уның быйылғы лауреаттары исемдәре лә билдәле була. Һүрәттә: быйыл да журналистар Ш.Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскә һалды. Фото: