Өфө ит-консерва комбинаты һаҡсыл етештереү алымдары арҡаһында эшмәкәрлек һөҙөмтәһен күтәреүгә өлгәште, тип хәбәр иттеләр республика Хөкүмәтенән. “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проектының “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектында (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) ҡатнашыу комбинатҡа ярты йыл эсендә сосиска етештереү күләмен 25 процентҡа арттырыу мөмкинлеген биргән. Әлегә ҡәҙәр бер хеҙмәткәр сәғәтенә был аҙыҡты 36,5 килограмм етештерһә, хәҙер – 45,9 килограмм. – Бындай һөҙөмтәгә капиталь һалыуҙар арҡаһында түгел, ә эске процестарҙы ҡулайлаштырыу нигеҙендә өлгәшелде, – ти республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. – Бығаса сосискаларҙы бүлеү эше ҡулдан башҡарыла торғайны. Шуға ла өҫтәмә кешеләр алыу талап ителде. Хәҙер аҙыҡты төрөү ваҡыты ла 30 процентҡа ҡыҫҡарҙы, – ти төбәк компетенциялар үҙәге проекттары етәксеһе Тимур Низамов. Өҫтәүенә персоналды уҡытыу ҙа ойошторолған. Комбинаттың эш төркөмө Төбәк компетенциялар үҙәгендә тренингтар үткән, төп етештереүселәрҙең тәжрибә өлгөләрен үҙләштергән. Ә эске инструкторҙар уларға һаҡсыл етештереү алымдарын, шул иҫәптән 5С системаһын өйрәткән. Билдәле булыуынса, яңыртылған милли проекттар, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, 2025 йыл башынан алып тормошҡа ашырыла. Фото: pravitelstvorb.ru