Найти в Дзене

Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы юлының 3,4 саҡрымы ремонтланды

Башҡортостандың Мишкә районында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национального проекта “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы юлының 3,4 саҡрымы ремонтланды, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан. Иҫке Азамат ауылы янындағы участка норматив хәлгә килтерелде. Юлсылар тигеҙләү ҡатламы ҡоролмаһын, асфальт-бетон япма һалыуҙы башҡара, юл ситтәрен нығыта, билдәләр ҡуя, шулай уҡ туҡталыш майҙансығын яңырта. – Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы юлы Өфөнө республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары менән тоташтыра. Трасса шулай уҡ Силәбе һәм Свердловск өлкәләренә сығыуҙы тәьмин итә. Көн һайын уның аша өс меңгә яҡын автомобиль үтә. Шуға күрә был юлды норматив хәлгә килтереү мөһим ине, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. Быйыл Мишкә һәм Ҡариҙел райондарында Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы юлының 7,7 саҡрымы ремонтланған. Фото: Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.