Мәләүез районының Бәләкәй Шәрип ауылында Рәсәй Президенты Владимир Путин указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына (национальный поект “Продолжительная и активная жизнь”) ярашлы яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Яңы ФАП яңы стандарттарға һәм талаптарға ярашлы төҙөлгән. Халыҡҡа тейешле медицина ярҙамы күрһәтеү, хеҙмәткәрҙәргә уңайлы эш урыны булдырыу өсөн бина барлыҡ тейешле йыһаз, ҡорамалдар менән тулыланған. Бында фельдшер кабинеты, ҡабул итеү, процедура, пациенттар көтә торған бүлмәләр бар. Медикаменттарҙы һаҡлау, йыйыштырыу әйберҙәре өсөн дә урын бүленгән. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында тәүге медицина-санитар ярҙамын Бәләкәй Шәрип ауылы кешеләре аласаҡ. Бында йәшәүселәр һаны - 183 кеше. Сығанаҡ: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы; фото: Мәләүез районының Шәрип ауылы клубы.