Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ленин паркы үҙгәрә

Өфөлә “Йәшәү өсөн инфрастуктура” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектына ярашлы, (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) В. Ленин исемендәге паркта ҙур төҙөкләндереү эштәре бара. Был эш 2025-2026 йылдарға билдәләнгән. Биләмәнең майҙаны ете гектар тәшкил итә, был ер ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн заманса, күркәм ял урынына әүереләсәк. Ошо турала Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы хәбәр итә. Паркта 114 яҡтыртыу таяуҙары, 17,9 мең квадрат метрҙа таш юл, фонтандар һүтеп алынған. Шулай уҡ ағастар өлөшләтә ҡырҡылған. Бөгөн бригадалар йәйәүлеләр өсөн бетон юл нигеҙен эшләй, балалар майҙансығында ла эш бара. Һыу, канализация селтәрҙәре һалына. Төҙөкләндереү эштәре барышында фонтандар ремонтланасаҡ, йәйәүлеләр юлы рәтләнәсәк, 200-ҙән ашыу бәләкәй архитектура формалары ҡуйыласаҡ. Биләмәне йәшелләндереүгә айырыуса ҙур иғтибар биреләсәк. 46 мең квадрат метр майҙанды газондар, сәскәләр, ағастар биләйәсәк. Бынан тыш, яңы яҡтыртҡыстар, видеокүҙәтеү

Өфөлә “Йәшәү өсөн инфрастуктура” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектына ярашлы, (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) В. Ленин исемендәге паркта ҙур төҙөкләндереү эштәре бара. Был эш 2025-2026 йылдарға билдәләнгән. Биләмәнең майҙаны ете гектар тәшкил итә, был ер ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн заманса, күркәм ял урынына әүереләсәк. Ошо турала Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы хәбәр итә. Паркта 114 яҡтыртыу таяуҙары, 17,9 мең квадрат метрҙа таш юл, фонтандар һүтеп алынған. Шулай уҡ ағастар өлөшләтә ҡырҡылған. Бөгөн бригадалар йәйәүлеләр өсөн бетон юл нигеҙен эшләй, балалар майҙансығында ла эш бара. Һыу, канализация селтәрҙәре һалына. Төҙөкләндереү эштәре барышында фонтандар ремонтланасаҡ, йәйәүлеләр юлы рәтләнәсәк, 200-ҙән ашыу бәләкәй архитектура формалары ҡуйыласаҡ. Биләмәне йәшелләндереүгә айырыуса ҙур иғтибар биреләсәк. 46 мең квадрат метр майҙанды газондар, сәскәләр, ағастар биләйәсәк. Бынан тыш, яңы яҡтыртҡыстар, видеокүҙәтеү системаһы ҡуйыласаҡ. Амфитеатр менән майҙансыҡ, сәхнә лә халыҡты үҙенә тартып торор. Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла. Фото: "Башҡортостан"ДТРК-һы.