Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Декабрҙә мәктәп өй туйлай

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Салауатта 1959 йылда төҙөлгән балалар художество мәктәбен ҡарап сыҡты. Уны “Ғаилә” милли проектының “Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы” федераль проектына ярашлы тәртипкә килтерәләр. Учреждениены яңыртыу өсөн 55,1 миллион һум күләмендә федераль ярҙамды йәлеп иткәндәр. Республика 1,1 миллион һум бүлгән, шул тиклем үк муниципалитет та өҫтәгән. Аҡсаны ҡыйыҡты монтажлауға, фасадты һәм инженерлыҡ селтәрҙәрен яңыртыуға, бинаның эсен йөҙләүгә һәм тәҙрәләрҙе алмаштырыуға йүнәлткәндәр. Мәктәпкә 650 бала йөрөй. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың балалары бушлай уҡытыла. Радий Хәбиров учреждениены ҡарап сыҡты. Капиталь ремонт тамамланғас, бында өр-яңы аудиториялар, тамаша залы һәм китапхана барлыҡҡа киләсәк. – Декабрҙә мәктәп өй туйлай. Бина “Ғаилә” милли проекты ярҙамында төҙөкләндерелде, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең Мәҙәниәт министрлығы ҙур эш башҡарҙы. Балаларға ижад һәм үҫеш өсөн яҡшы шарттар барлыҡҡа килеүен күреп, күңел ҡыуана. Фото: БР

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Салауатта 1959 йылда төҙөлгән балалар художество мәктәбен ҡарап сыҡты. Уны “Ғаилә” милли проектының “Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы” федераль проектына ярашлы тәртипкә килтерәләр. Учреждениены яңыртыу өсөн 55,1 миллион һум күләмендә федераль ярҙамды йәлеп иткәндәр. Республика 1,1 миллион һум бүлгән, шул тиклем үк муниципалитет та өҫтәгән. Аҡсаны ҡыйыҡты монтажлауға, фасадты һәм инженерлыҡ селтәрҙәрен яңыртыуға, бинаның эсен йөҙләүгә һәм тәҙрәләрҙе алмаштырыуға йүнәлткәндәр. Мәктәпкә 650 бала йөрөй. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың балалары бушлай уҡытыла. Радий Хәбиров учреждениены ҡарап сыҡты. Капиталь ремонт тамамланғас, бында өр-яңы аудиториялар, тамаша залы һәм китапхана барлыҡҡа киләсәк. – Декабрҙә мәктәп өй туйлай. Бина “Ғаилә” милли проекты ярҙамында төҙөкләндерелде, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең Мәҙәниәт министрлығы ҙур эш башҡарҙы. Балаларға ижад һәм үҫеш өсөн яҡшы шарттар барлыҡҡа килеүен күреп, күңел ҡыуана. Фото: БР Башлығы сайтынан.