Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ятып ҡалғансы, атып ҡалыу яҡшы

15 октябрҙә Салауатта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ленин исемендәге майҙанды, Беренсе Май урамын һәм уның тирә-яғындағы биләмәне төҙөкләндереү барышы менән танышты. Эш 2024 йылда уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса иң яҡшы проекттарҙың Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡҡан башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуға ярашлы башҡарыла. Реновацияның маҡсаты – биләмәне Салауаттағы йәмәғәт киңлектәре системаһына индереү, ҡалалағы йәшеллекте һаҡлау һәм ял өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу. Ошонда уҡ әүҙем мәҙәни һәм ижади тормош гөрләп торған ҡала “бродвейы” шарттары ла тыуҙырыла. Проектты тормошҡа ашырыу барышында тротуар плитәһе түшәү, йәшелләндереү, төп һәм биҙәү яҡтыртҡыстары, видеокүҙәтеү системаһын, “Салауат” арт-объектын, “Нуль километр” билдәһен ҡуйыу, шулай уҡ визит үҙәген асыу, инеү аркаһы яһау, күргәҙмә стендтары, һөнәрселек продукцияһы кәштәләре һәм башҡалар ҡаралған. Яңыртылған майҙанды һәм Беренсе Май урамын быйыл ноябрҙә асыу күҙаллана. Майҙанды һәм урамды ҡарау барышында төбәк етәксеһе эр

15 октябрҙә Салауатта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ленин исемендәге майҙанды, Беренсе Май урамын һәм уның тирә-яғындағы биләмәне төҙөкләндереү барышы менән танышты. Эш 2024 йылда уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса иң яҡшы проекттарҙың Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡҡан башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуға ярашлы башҡарыла. Реновацияның маҡсаты – биләмәне Салауаттағы йәмәғәт киңлектәре системаһына индереү, ҡалалағы йәшеллекте һаҡлау һәм ял өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу. Ошонда уҡ әүҙем мәҙәни һәм ижади тормош гөрләп торған ҡала “бродвейы” шарттары ла тыуҙырыла. Проектты тормошҡа ашырыу барышында тротуар плитәһе түшәү, йәшелләндереү, төп һәм биҙәү яҡтыртҡыстары, видеокүҙәтеү системаһын, “Салауат” арт-объектын, “Нуль километр” билдәһен ҡуйыу, шулай уҡ визит үҙәген асыу, инеү аркаһы яһау, күргәҙмә стендтары, һөнәрселек продукцияһы кәштәләре һәм башҡалар ҡаралған. Яңыртылған майҙанды һәм Беренсе Май урамын быйыл ноябрҙә асыу күҙаллана. Майҙанды һәм урамды ҡарау барышында төбәк етәксеһе эргәлә урынлашҡан Матросов бульварын төҙөкләндереүҙе финанслау йәһәтенән тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. – Федераль гранттар өсөн әүҙемерәк көрәшергә кәрәк. Ятып ҡалғансы, атып ҡалыу яҡшы, – тине республика Башлығы. Фото: БР Башлығы сайтынан.