Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Салауаттан махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәр Кирилл Филипповтың, Рөстәм Кинйәғоловтың, Алексей Богомоловтың, Руслан Фәттәховтың, Артем Федорычевтың, Никита Анпилоговтың һәм Игорь Жуковтың ғаиләләре менән осрашты. Яугирҙәрҙең барыһы ла Рәсәй Президенты указы менән үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән. Төбәк етәксеһе һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәһенең ҡайғыһын уртаҡлашты һәм уларға Генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. – Тыуған ил өсөн егеттәр үҙҙәрен ҡорбан итте. Улар – ысын батырҙар. Беҙҙең бурыс – уларҙың иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлау, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙ хәрби бурысын үтәп һәләк булған ысын ир-егеттәрҙе, патриоттарҙы, Ватаныбыҙ һаҡсыларын тәрбиәләгәнһегеҙ. Уларҙың иҫтәлеген мәңгеләштерербеҙ, һеҙҙең һәм яугирҙәрҙең балалары хаҡында хәстәрлек күрербеҙ. Башҡортостан Башлығы ҡала хакимиәтенә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләренә ярҙам мәсьәләһен контролдә тоторға ҡушты. Ата-әсәләр Радий Хәбировҡа иғтибар һ
"Яугирҙәрҙең иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлау - беҙҙең бурыс"
15 октября 202515 окт 2025
~1 мин