“Земство мәҙәниәт хеҙмәткәре” федераль программаһы буйынса түләүҙәрҙе 2026 йылда 59 кеше аласаҡ. Был ағымдағы йыл менән сағыштырғанда 34 процентҡа күберәк – быйылғы ошо квота 44 кешегә генә ҡағыла. Был турала республика Хөкүмәте ултырышында мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдерҙе. Ауылға йәки ҙур булмаған ҡалаға мәҙәниәт учреждениеһына эшкә килгән кешегә бер тапҡыр бер миллион һум аҡса бирелә. Түләү конкурс нигеҙендә башҡарыла. Дәғүәселәрҙең йәше сикләнмәй. Конкурс раҫланған исемлек буйынса мәҙәниәт учреждениеһындағы вакансияны биләгән һәм программала ҡатнашҡан белгестәргә ҡағыла. Алынған аҡсаны торлаҡ шарттарын яҡшыртырға, ер майҙаны йәки автомобиль һатып алыуға тотонорға мөмкин. Түләүҙе алған кеше ошо уҡ урында йәнә биш йыл эшләргә бурыслы. Башҡортостан “Земство мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһын 2021 йылда илебеҙҙә беренсе булып тормошҡа ашыра башланы. Уның һөҙөмтәһендә 150 мәҙәниәт хеҙмәткәре торлаҡ шарттарын яҡшыртты. Фото: БР Мәҙәниәт министрлығы.