Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дүшәмбе ҡалаһында Тажикстан Хөкүмәте ҡарамағындағы туризм үҫеше буйынса комитет рәйесе Джамшед Джумахонзода менән осрашты. Унда туризм өлкәһендә уртаҡ башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу тураһында һөйләштеләр. Джамшед Джумахонзода әйтеүенсә, халыҡ-ара туризм - иҡтисади үҫештең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостан һәм Тажикстан юғары туристик потенциалға эйә. – Беҙҙең республикалар бере-береһенә үҙенсәлекле тәбиғәт объекттары, тарихи ҡомартҡылары, мәҙәниәте һәм сәнғәте менән оҡшаш, – тине Радий Хәбиров. – Тажикстан етеҙ үҫешә, бында туристарҙы ылыҡтырыу өсөн күп нәмәләр бар. Үҙ сиратында, беҙҙә лә күрһәтәһе әйберҙәр бихисап. Яҡтар төрлө мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләште. Туроператорҙар араһында тәжрибә уртаҡлашыу, уртаҡ аҙыҡ-түлек етештереү һәм башҡалар шуға асыҡ миҫал. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.