Ошо көндәрҙә легендар AY YOLA төркөмө Рәсәй ҡалалары буйлап беренсе турына сыға һәм Ural Batyr альбомын тәҡдим итәсәк. Улар һеҙҙе, хөрмәтле тамашасылар, легенда рухын сәхнәлә бергә кисерер өсөн көтә. Шул уҡ ваҡытта AY YOLA төркөмө солисы Аделдең туған телен белеү-белмәүе буйынса бәхәстәр тынмай. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Ринат ҡыҙы АЙЫТҠОЛОВА был хаҡта түбәндәге фекерен белдерҙе: "Феноменаль "Һомай" йыры барлыҡҡа килгән тәүге көндән алып туған телдең таҙалығы тураһында бәхәстәр тынмай кеүек. Төркөмдөң солисы менән килешәм, саф әҙәби һөйләште яратыусылар бик бәхетле: улар башҡорт телле мөхиттә тыуған һәм йәшәгән, туған телдә уҡыған. Әммә шарттар төрлө һәм күптәр телде күпкә һуңыраҡ үҙләштерергә мәжбүр, әммә был уларҙың башҡорт халҡының бер өлөшө булыу мөмкинлеген һис кәметмәй. Әйҙәгеҙ халыҡты төрлө билдәләр буйынса “ысын башҡорт” ҡалыбына тап килмәгәндәргә бүлеүҙе туҡтатайыҡ. Ваҡытында халҡыбыҙға мөрәжәғәт ите
Үҙен башҡорт тип һанаған һәр кемдең башҡорт булырға хоҡуғы бар
8 октября 20258 окт 2025
1 мин