Өфө вуз-ара студенттар кампусында Башҡорт дәүләт медицина университетының аддитив технологиялар лабораторияһы ғалимдары һәм 21-се Ҡала клиник дауаханаһының Республика яңаҡ-йөҙ хирургияһы үҙәге табиптары МХО-ла ҡатнашыусы пациенттың күҙ орбитаһын реконструкциялау юлы менән уның күҙенең стеналарын һәм күҙ тирәһе туҡымаларын тергеҙеүҙә ярҙам итә. Операцияны үткәреүҙе БДМУ-ның аддитив технологиялар лабораторияһы ғалимдары контролдә тота: улар пациенттың йәрәхәт һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән деформациялы баш һөйәге макетын булдырҙы. Беренсе этапта ғалимдар компьютер томографияһы ярҙамында алынған реаль рентгенологик мәғлүмәттәр менән эшләй. Артабан, үткәрелгән тикшеренеүҙәр нигеҙендә, анатомик структураларҙың ысын үлсәмдәрен һәм пропорцияларын боҙмайынса баш һөйәгенең компьютер 3D-моделе эшләнә. Өсөнсө этапта пациенттың тәбиғи ҙурлыҡтағы йөҙ-баш һөйәге моделе 3D-принтерҙа баҫтырыла. Ошонан һуң ғына алынған әйбер артабанғы эш өсөн медицина учреждениеһына тапшырыла. Ғалимдар шулай уҡ сығым мат
Вуз-ара кампус ғалимдары менән Өфө табиптары яугиргә операция яһаны
8 октября 20258 окт 2025
1 мин