Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Эҙләнеүселәр һәм проектлаусылар конференцияға йыйыла

8 октябрҙә Өфөлә Эҙләнеүселәр һәм проектлаусыларҙың милли берекмәһе (артабан – НОПРИЗ) конференцияһы үтә. Ул инженер эҙләнеүҙәрен һанлаштырыу һәм архитектура-төҙөлөш проектлауы темаһына арнала. Төҙөлөш тармағын һанлаштырыу "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) бер йүнәлеше булып тора, тип хәбәр итә республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы. Ҡатнашыуға проектлау һәм инженер эҙләнеүҙәре өлкәһендә үҙ-үҙен көйләүсе ойошмалар (СРО) составына ингән компаниялар белгестәре саҡырыла. – IT-технологиялар төҙөлөш өлкәһенә ныҡлап инә. Һанлаштырыу бизнестың бөтә процестарын тиҙләтә – проектлау стадияһында ла, төҙөлөш барышында ла. Конференцияның тематикаһы әһәмиәтле. Сара төҙөүсе ойошмаларға һәм техник заказсыларға, проект ойошмалары белгестәренә ҡыҙыҡлы булыр, – тип билдәләй Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов. Закон сығарыу башланғыстарына айырыуса иғтибар бирелә. Конференци

8 октябрҙә Өфөлә Эҙләнеүселәр һәм проектлаусыларҙың милли берекмәһе (артабан – НОПРИЗ) конференцияһы үтә. Ул инженер эҙләнеүҙәрен һанлаштырыу һәм архитектура-төҙөлөш проектлауы темаһына арнала. Төҙөлөш тармағын һанлаштырыу "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) бер йүнәлеше булып тора, тип хәбәр итә республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы. Ҡатнашыуға проектлау һәм инженер эҙләнеүҙәре өлкәһендә үҙ-үҙен көйләүсе ойошмалар (СРО) составына ингән компаниялар белгестәре саҡырыла. – IT-технологиялар төҙөлөш өлкәһенә ныҡлап инә. Һанлаштырыу бизнестың бөтә процестарын тиҙләтә – проектлау стадияһында ла, төҙөлөш барышында ла. Конференцияның тематикаһы әһәмиәтле. Сара төҙөүсе ойошмаларға һәм техник заказсыларға, проект ойошмалары белгестәренә ҡыҙыҡлы булыр, – тип билдәләй Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов. Закон сығарыу башланғыстарына айырыуса иғтибар бирелә. Конференция барышында 2025 йылдың 31 июлендәге “Рәсәй Федерацияһының ҡала төҙөлөшө кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында” 309-ФЗ Федераль законының положениеларын үтәү буйынса мәсьәләләр ҡарала. Төҙәтмәләр проектында СРО эшмәкәрлеген стандартлаштырыу ҡаралған. Профессиональ стандарттар темаһы айырым блокта ҡарала. НОПРИЗ белгестәре уларҙы эшләү һәм индереү өлкәһендәге эш һөҙөмтәләрен тәҡдим итә. Конференция барышында шулай уҡ архитектура-төҙөлөш проектлауы һәм инженер эҙләнеүҙәрен башҡарыу практикаһына үҙебеҙҙең илдә эшләнгән программаларҙы индереү тураһында ла мәғлүмәт була. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: яңыртылған милли проекттар, РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса, йыл башынан алып тормошҡа ашырыла. Мәғлүмәт, фото: pravitelstvorb.ru/news/27471/