Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҡыҙрай ауылында яңы ФАП

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь) Мәләүез районының Ҡыҙрай ауылында яңы модулле ФАП асылды. Был турала республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә. Яңы ФАП яңы стандарттарға һәм талаптарға ярашлы төҙөлгән. Халыҡҡа тейешле медицина ярҙамы күрһәтеү, хеҙмәткәрҙәргә уңайлы эш урыны булдырыу өсөн бина барлыҡ тейешле йыһаз, ҡорамалдар менән тулыланған. Бында фельдшер кабинеты, ҡабул итеү, процедура, пациенттар көтә торған бүлмәләр бар. Медикаменттарҙы һаҡлау, йыйыштырыу әйберҙәре өсөн дә урын бүленгән. Яңы ФАП-та тәүге медицина-санитар ярҙамын Ҡыҙрай ауылы кешеләре аласаҡ. Бында йәшәүселәр һаны 206 кеше. Халыҡ һаулығын фельдшер Луиза Йәркәева хәстәрләй. Уның медицина тармағындағы эш стажы 35 йыл. Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла. Автор фотоһы.