"Ватанды һаҡлаусылар" фонды МХО ветерандарын һәм уларҙың ғаилә ағзаларын уҡытыу һәм эшкә урынлаштырыуға ҙур иғтибар бүлә. Яңыраҡ "Үҙебеҙҙең яңы мөмкинлектәр" бизнес академияһы" мәғариф программаһы старт алды. Сарала БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - спорт министры Руслан Хәбибов, БР Кесе эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү һәм үҫтереү фонды генераль директоры Элиана Сәитова ҡатнашты. Руслан Хәбибов МХО ветераны Михаил Герасименкоға следж-хоккей менән шөғөлләнеү өсөн экипировка тапшырҙы. Михаил Иванович следж-хоккей буйынса йыйылма команданың ағзаһы булып тора. Ул "Батырлыҡ өсөн", "МХО ҡатнашыусыһы" миҙалдары менән бүләкләнгән. Фондтан адаптив кейем комплектын Рөстәм Кәримов алды. Рөстәм Рауил улы Шайморатов, Суворов миҙалдары менән бүләкләнгән, "Башҡортостан геройҙары" проекты финалисы булып тора. Рөстәм Хәбибов билдәләүенсә, МХО-ла ҡатнашыусыларҙы эшҡыуарлыҡҡа ла йәлеп итеү мөһим. - МХО ветерандары - көслө егеттәр. Бөгөн беҙ старт биргән академия уларҙы бизнес алып барырға өйрәтәсәк. Килә
"Үҙебеҙҙең яңы мөмкинлектәр" бизнес-академияһы" мәғариф программаһы старт ала
7 октября 20257 окт 2025
1 мин