Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Финанс белемдәрен күрһәттеләр һәм арттырҙылар

"Йәштәр һәм балалар" милли проекты (национальный проект "Молодёжь и дети") ярҙамында ойошторолған финанс хәүефһеҙлек буйынса V халыҡ-ара олимпиада Красноярскиҙа үтте. Унда 188 уҡыусы еңеүсе һәм призер булды. Башҡортостандан олимпиадала Ишембайҙың 3-сө мәктәбенән Айһылыу Фазылова, Сибай гимназияһынан Искәндәр Йәнтилин, шулай уҡ ӨДНТУ студенттары Аделина Зәйнетдинова и Диана Токушева ҡатнашты. Олимпиада Себер федераль университеты базаһында үтте. Йәштәр дискуссияларҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә, "Буяуҙарҙа олимпиада" фестивалендә, спорт ярыштарында ҡатнашты. "Яңы технологиялар дәүерендә финанс хәүефһеҙлек: хәүеф һәм сиселеш" халыҡ-ара форумы иң күләмле ваҡиға булды. "Йәштәр һәм балалар" милли проекты йәштәрҙең һәләтен үҫтереүгә мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән. Уның сиктәрендә мәктәптәр төҙөлә һәм төҙөкләндерелә, педагогтарҙың квалификацияһы арттырыла, уҡытыуҙың яңы методикалары һәм уҡыу өсөн уңайлы шарттар булдырыла. Шулай уҡ милли проект донъяуи кимәлдәше кампустар селтәрен үҫтереүҙе һәм уҡыу йорттарына «Өҫтөнлөк 2030» программаһы сиктәрендә ярҙам итеүҙе күҙаллай. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла. Фото: rosfinolymp.ru.