Юл йыраҡ тип тормағандар, иртә менән ярышҡа республиканың төрлө райондарынан иллегә яҡын уҡсы килгән. Сәй өҫтәле артында спортсылар менән танышыбыҙ. ”Башҡорт халҡының ҡанында һаҡланған был ярышҡа һөйөү, шуға шатланып киләбеҙ был сараға. Былтыр ошонда чемпион исемен яулап ҡайтҡайныҡ, быйыл да уңышҡа өмөт итәбеҙ. Йыл да ярыштарға йөрөгәс, бер-беребеҙҙе яҡшы беләбеҙ, дәртләндерәбеҙ, кәңәштәребеҙҙе бирәбеҙ. Халыҡ-ара турнирҙарҙа ҡатнашып еңеү яулаған 15 йәшлек Батырхан Ғайсинға тиңләшәбеҙ. Уҡсыларҙың кейеменә ҡарап, халҡыбыҙҙың бай тарихын күреп була. Милли кейем рухты күтәрә, ярышҡа сыҡһаҡ, һеҙ беҙҙе таный ҙа алмаясаҡһығыҙ әле”, - ти Хәйбулла районы Аҡьяр ауылынан килгән уҡытыусылар Ғирфан Мәмбәтов, Рәмил Ишмөхәмәтов, Зилә Иҫәнбаева, бер ыңғайҙан район хакимиәте, мәктәп етәкселегенә рәхмәтен белдереп. “Ҡыҙыбыҙ Гүзәл Буранғолова етди шөғөлләнә торғайны, Ҡаҙағстанда үткән ярышта икенсе урын алды. Быйыл Башҡорт дәүләт педагогия университенына уҡырға инде лә ваҡыты юғыраҡ. Спортҡа булған һө