Бөгөн вахта ысулы менән эшләү бер кемде лә аптыратмай. Хәҙер инде ир-егеттәр генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙарҙың алыҫ тарафтарға вахтаға юлланыуына ла өйрәнеп барабыҙ. Вахта – үҙенә күрә ғаиләләрҙе ныҡлыҡҡа һынау алымы ла ул. Ай ярым, ике-өс ай, хатта ярты йыллап айырылып тороуҙы күтәрә алмаған ғаиләләр ҙә йыш осрай. Күптәр ирҙәренең ҡырҙа эшләүе тәүге осорҙа ҡыйын булып ҡабул ителһә лә, һуңынан быға өйрәнеүҙәрен билдәләй. Ә бына Зәлифә исемле ҡатын иренең вахтаға китеү көндәрен көтөп алыуы, бының үҙ сәбәптәре булыуы тураһында бәйән итте. “Ирем 12-се йыл вахтала йөрөй. Башта өйрәнеп китеүе ауыр һымаҡ булғайны, әммә бик тиҙ өйрәндем. Холҡо электән дә маҡтанырлыҡ түгел ине. Эсергә, һуҡмыш булып алһа, тауыш күтәрергә ярата. Шулай ҙа эшкә шәп, ҡулынан килмәгән һөнәре юҡ. Ярты йыл самаһы вахта менән эшләүгә мин дә, балалар ҙа унһыҙ йәшәргә өйрәндек. Хатта, уңайһыҙ булһа ла әйтәйем, ир өйҙә булмаһа, тормош көйлөрәк тә кеүек. Эсеп боларған, балаларҙы ла, мине лә ҡаңғыртҡан кеше юҡ. Ике ай эшләй ҙә бе