Найти в Дзене

Йондоҙнамә (6 – 12 октябрь)

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Дөйөм хәлегеҙ шыма ғына булмаҫ. Аҡса менән бәйле мәсьәләләр бигерәк тә
иғтибар талап итер. Яңылыш аҙым­дарығыҙҙың юғалтыуҙарға килтереүе
мөмкин. Бурысҡа инеү, кредит алыу ҡәтғи тыйыла.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Элек хәл ителмәгән мәсьәләләргә яңынан
ҡайтырһығыҙ кеүек. Үҙегеҙ уларҙы ҡуҙғатмаһағыҙ ҙа, башҡалар иҫегеҙгә
төшөрөр. Бәғзеләрҙән кире һүҙҙәр ҙә ишетеүегеҙ ихтимал. Яңы таныштарығыҙ
менән һаҡ булығыҙ. 
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙна башында әүҙемлек
күрһәтерһегеҙ, бәлки. Ләкин бының файҙаһы теймәҫ. Йондоҙҙар хәлегеҙҙән
килгәнгә генә ынтылырға ҡуша. Кесе йомала кемдер һеҙҙең ябайлыҡ менән
файҙаланырға тырышыр.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Ҡыйынлыҡтар күбәйеп
киткәндәй тойолор. Күмәк эш бигерәк тә ауыр барыр. Башҡаларҙың
мәнфәғәттәрен һәр саҡ иҫәпкә алырға кәңәш ителә. Шишәмбелә яҡындарығыҙ
менән үпкәләшеүегеҙ мөмкин.
Буға (21.04 – 21.05)
Иңегеҙгә артыҡ
йөкләмәләр алмағыҙ, был арала мөмкинлектәрегеҙ күп булмаҫҡа оҡшай. Һәр
осраҡта ла тейешен генә башҡарыуығыҙ дө

осраҡта ла тейешен генә башҡарыуығыҙ дөрөҫ булыр. Йомала кәрәкмәгән
сығымдарҙан һаҡланығыҙ, аҡсағыҙҙы уйлап тотоноғоҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Ҡаршылыҡтар
осрап торһа ла, барыбер тейешен башҡарырһығыҙ. Бәғзеләр төп эштәрендә
бер аҙ өҫкәрәк үрләр һымаҡ. Кесе йомала нимәгәлер борсолорһоғоҙ. Ныҡлап
уйлағанда бының өсөн бер ниндәй етди сәбәп тә юҡ кеүек.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Һәйбәт
осор. Эштәрегеҙҙе тәртипкә килтереү өсөн уңайлы форсат сығыр. Бер юлы
ҡайһы бер хаталарығыҙҙы күреп, уларҙы алдан уҡ төҙәтеп ҡуйырһығыҙ.
Һүҙегеҙ һәр саҡ үтемле булыр, әйткән тәҡдимдәрегеҙҙе башҡалар тейешле
баһалар.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Йондоҙҙар аҡса мәсьәләләренә
иғтибар бирергә кәңәш итә. Шаршамбы матди юғалтыуҙар менән янай.
Сығымдарығыҙҙы бер аҙ кәметһәгеҙ, бурысҡа инмәҫһегеҙ. Йома уңышлы үтер –
яңы файҙалы бәйләнештәр булдырырһығыҙ. 
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҙнаның
тәүге яртыһы бигерәк тә өмөтлө көтөлә. Был мәлде файҙаланып ҡалығыҙ.
Шаршамбыла ғына үҙ көсөгөҙгә артыҡ ышанып, өҫтәмә йөкләмә алыуығыҙ
мөмкин. Был арала фекерегеҙҙе йыш яҡларға тура килер. 
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Көндәр
һәйбәт килер. Бәғзеләр күптән туҡтап торған ниндәйҙер эшенә тотонор,
бәлки. Башҡалар менән уртаҡ фекергә килерһегеҙ. Кемдер яңы танышлыҡтар
булдырыр. Оло йәштәге туғанығыҙға ярҙам итергә лә форсат тейер.
Саян (24.10 – 22.11)
Төп
эшегеҙҙә барыһы ла элеккесә буласаҡ. Шишәмбелә күңелегеҙ ятмаған эш
менән дә булышыуығыҙ ихтимал. Шәхси тормошоғоҙҙа ыңғай үҙгәрештәр
төҫ­мөрләнә. Кем менәндер элек боҙолған мөнәсәбәттәрҙе тергеҙерһегеҙ. 
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аралашыуҙа
ҡыйынлыҡтар кисерерһегеҙ. Бәхәстәр, дәғүәләр күбәйеп китер. Уларҙа
һеҙҙе лә ҡатнашырға мәжбүр итерҙәр, бәлки. Эске тауышығыҙға ышанығыҙ. Ул
алдамаҫҡа тейеш. Был арала ҡайһы бер осрашыуҙы кисектерерһегеҙ.