Республика көнө алдынан Өфөлә сағыу тамаша көтөлә – 9 октябрҙә “Торатау” конгресс-холында Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, ғәйәт талантлы аккордеонсы һәм башҡа музыка ҡоралдарында оҫта уйнаусы Петр Дранганың хәйриә концерты үтә. Билеттар һатыуҙан йыйылған бөтә аҡса “Үҙенсәлекле балалар” хәйриә фонды ҡарамағындағы балаларҙы дауалауға һәм реабилитациялауға йүнәлтелә. Фонд – лицензиялы медицина хәйриә ойошмаһы. Уға күп йыллыҡ эш тәжрибәһе булған табип-неонатолог Фәйрүзә Латипова нигеҙ һалған. Миссияһы – үҫешендә тайпылыштар булған һәм медицина күҙлегенән ҡатмарлы тарихлы һаналған ауыр сирле балаларға, шулай уҡ уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү. Концерттың Өфөлә үтеүенә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Наталья Орлова булышлыҡ иткән. Ул – республикабыҙҙағы мәҙәни һәм социаль проекттарҙы хуплап тороусыларҙың береһе. Петр Дранга – хәҙерге Рәсәй инструменталь музыкаһының иң сағыу вәкилдәренең береһе. Ул аккордеонды этник мотивтар, классика, электроника һәм эстрада элементтары менән берләштерә. “Метаморфозала